ЭхххҠәҙерле дуҫтар, һеҙҙе 27 июндә Өфөнөң Совет майҙанында М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры оркестрының асыҡ һауала үтәсәк концертына саҡырабыҙ!
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев етәкселегендәге оркестр һеҙгә спектаклдәрҙән көй-моңдар, классик әҫәрҙәр, донъя кимәлендә билдәле мюзиклдарҙан саундтректар уйнап ишеттерер, йома кисен дәртле бейеү, күркәм аралашыу менән биҙәр. Ғаилә менән килегеҙ, һәр быуын үҙенә яҡын моң, йәм табыр.
Оркестр концерты 19:00 сәғәттә башлана.