19-21 сентябрҙә театр директоры Иршат Фәйзуллин Йошкар – Ола ҡалаһында уҙған Волга буйы федераль RUSSIAN EVENT AWARDS 2024 халыҡ-ара премияһының төбәк этабында сығыш яһаны.
Конкурста 234 проект тәҡдим ителде, шуларҙың 178-е финалға үтте. Сарала М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә «”Туғанлыҡ” халыҡ-ара милли театрҙар фестивале» проекты менән сығыш яһаны.
«”Туғанлыҡ” халыҡ-ара милли театрҙар фестивале» проекты «100 000 кешенән ашыу халыҡ йәшәгән ҡалалар араһында мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге иң яҡшы туристик ваҡиға» номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булды!