«Шағир көндәлеге» фильмының ябыҡ премьераһы үтте

«Шағир көндәлеге» фильмының ябыҡ премьераһы үтте

Ошо көндәрҙә  «Родина» кинотеатрында Булат Йосоповтың «Шағир көндәлеге» фильмының ябыҡ премьераһы күрһәтелде. «Бабич» һәм «Беренсе Республика» фильмдары ингән «Беренсе Республика» милли трилогияһының һуңғы картинаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына бағышланған.

Рәми Ғариповтың төрлө осорҙағы образын беҙҙең театр актерҙары – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты  Артур Ҡунаҡбаев һәм йәш актер, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты сығарылышы Линар Бәитов башҡара. Картинала шулай уҡ Айнур Ситдыҡов һәм Морат Рафиҡов ҡатнаша.

«Шағир көндәлеге» фильмын тамашасылар ҙур экранда 2022 йылдың 20 октябренән ҡарай ала.