СӘХНӘЛӘ КҮҢЕЛЛЕ ЫҒЫ-ЗЫҒЫ – “ФАРМАН ХАНЫМ” МУЗЫКАЛЬ КОМЕДИЯ ПРЕМЬЕРАҺЫ!

СӘХНӘЛӘ КҮҢЕЛЛЕ ЫҒЫ-ЗЫҒЫ – “ФАРМАН ХАНЫМ” МУЗЫКАЛЬ КОМЕДИЯ ПРЕМЬЕРАҺЫ!

27, 29 ноябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында “Фарман ханым” спектакле премьераһы!

Фарман ханым – донъялағы иң яҡшы әсәй, ҡәйнә һәм өләсәй. Улдары һәм килендәре уның ҡанаты аҫтында йәшәп өйрәнгән, ситтән ҡарағанда тормоштары көйлө лә барған кеүек, сөнки Генерал ҡәйнәгә ҡаршы өндәшеү – енәйәткә тиң. Кинйә киленкәй булып ҙур ғаиләгә ингән Нигора ғына йолаға әйләнгән тәртиптәргә күнә алмай һәм Фарман батшалығына яңылыҡ индерергә, һәр ғаиләгә азатлыҡ бирергә теләп, килендәштәрен фетнәгә ҡоторта!..
Дәртле йыр-бейеүҙәр, халыҡсан юмор менән һуғарылған музыкаль комедия тамашасыларға күңелле ығы-зығы ойошторасаҡ!..

Үзбәк яҙыусыһы, драматург Сәйет Әхмәттең киң танылған пьесаһы буйынса ҡуйылған музыкаль комедияның режиссеры Уланмырҙа Ҡарыпбаев. Әйткәндәй, Уланмырҙа Нурдин улының Башдрамтеатр менән ижади осрашыуы, хеҙмәттәшлек башлауы “Туғанлыҡ” Халыҡ-ара милли театрҙар фестиваленә ҡайтып ҡала.

1991 йылда төрки телле театрҙар фестивале булараҡ ойошторолоп, бөгөнгө көнгә форматын киңәйтеп, берләшеү, дуҫлыҡ өлгөһө сифатында мәртәбәһен ҡеүәтләп йәшәп килгән VIII “Туғанлыҡ” Халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә К.Жантошев исемендәге Ысыҡкүл өлкә музыкаль-драма театры Сыңғыҙ Айытматов әҫәре буйынса Уланмырҙа Ҡарыпбаев ҡуйған “Аҡ кеме” спектакле менән ҡатнашып “Иң яҡшы режиссер эше” номинацияһында еңеү яуланы. Шулай уҡ, фестивалгә ҡушымта булараҡ ҡырғыҙ режиссерының “Көн ҡармаған бала” (С. Раев) спектакле лә Башдрамтеатр сәхнәһендә уйналды. Был спектаклдәрҙе театр һөйөүселәр йылы ҡабул иткән ине.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “Фарман ханым” спектакле лә – “Туғанлыҡ” емеше, милли театрҙар берҙәмлеге һөҙөмтәһе. Яңы 2026 йылда тамашасыбыҙға Уланмырҙа Ҡарыпбаев сәхнәләштереүендә тағы бер спектакль тәҡдим итәсәкбеҙ, уның тураһында һуңғараҡ..!