5 апрель Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, йырсы, ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетовтың 50 йәшлек юбилейы уҙҙы.
Спектакль алдынан юбилярҙы почетлы ҡунаҡтар һәм рәсми кешеләр ҡотлап үтте. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова исеменән юбилярҙы мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин ҡотланы һәм Сәғиҙулла Байегетовҡа Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһын тапшырҙы. Яҡташтары исеменән Баймаҡ районының Сибай ауыл хакимиәте башлығы Айнур Мөхтәр улы Сибаев ҡотланы, шулай уҡ дәртле, шат күңелле юбилярҙы Ҡоролтай Президиумы Ағзаһы, БР-ҙың һәм РФ-ның халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев – юбилярға «Ал да нур сәс халҡыңа» юғары наградаһын тапшырҙы. Юбилярҙың коллегалары Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлшат Ғайсина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Камалов, Өфө “Нур” татар дәүләт театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы Дамира Сәетова Сәғиҙулла Исмәғил улы менән бергә үткән ижад юлдарын иҫкә алып, йөрәк түренән урғылып сыҡҡан барлыҡ изге теләктәрен әйтеп үттеләр. Театр директоры Иршат Фәйзуллин һәм баш режиссер Айрат Абушахманов коллектив исеменән йылы һүҙҙәр һәм теләктәр еткерҙе.
Һуңынан режиссер Андрей Борисов ҡуйған «Урал батыр» спектакле күрһәтелде. Юбиляр Сәсән ролен башҡарҙы.
Сәғиҙулла Исмәғил улы ғүмеренең матур миҙгелен үҙенең яҡындары, дуҫтары, рухташтары, моңдаштары һәм дә тамашасылары менән бергә ҡаршланы. Матур гөлләмәләр, иң изге теләктәр, ҡайнар хистәр һәм дә мөхәббәт һүҙҙәре бары тик Сәғиҙулла Исмәғил улына бағышланды…
Тамаша залында оҙаҡ ҡына алҡыштар тынманы, юмор, йылмайыуҙар һәм йылы һүҙҙәр менән тулы ине. Туған коллективы юбилярға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, яңы ролдәр теләне.
Юбилейығыҙ менән, Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетов!