23 ноябрҙә Рәсәйҙең Һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшевҡа 65 йәш тула.
Хөрмәтулла Үтәшев – үҙенең оҙайлы һәм сағыу карьераһы дауамында иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырып, меңәрләгән тамашасының йөрәген яуланы.
23 ноябрь көнө 18:00 сәғәттә тамашасыларҙы яратҡан актеры менән «Еҙнәкәй» музыкаль комедияһында осрашыу көтә. Юбиляр Әхсән бай ролендә тамашасыларҙы үҙенең ҡабатланмаҫ оҫталығы, харизмаһы һәм нескә юмор хисе менән ҡыуандырасаҡ.
Был көндө Хөрмәтулла Ғаззали улы үҙенең яҡындары, дуҫтары, рухташтары, моңдаштары һәм дә тамашасылары менән бергә ҡаршы аласаҡ.
Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!
Билеттар 👉 https://bashdram.ru/afisha/zyatyok-2/