Май айында Өфөлә уҙған VIII халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале программаһына ингән спекталдәрҙән тыш, тамашасыларға көн һайын театр фойеһында республикала йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренең әүҙем йәмәғәтселәре төрлө саралар тәҡдим итте. Йырлы-моңло осрашыуҙар, төрлө темаға арналған күргәҙмәләр фестивалдең сағыу бер биҙәге булды.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин ошо сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан ойошмалар – Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.