17 февраль Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәүис Хәбир улы Заһитовтың 75 йәшлек юбилейы уҙҙы.
Спектакль алдынан юбилярҙы почетлы ҡунаҡтар һәм рәсми кешеләр ҡотлап үтте. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова исеменән юбилярҙы мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин ҡотланы һәм Рәүис Заһитовҡа Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһын тапшырҙы. Рәүис Хәбир улын яҡташтары исеменән Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко ҡотланы, шулай уҡ дәртле, шат күңелле юбилярҙы БР-ҙың театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе урынбаҫары Зөһрә Сәйфуллина, Ҡоролтай Президиумы Ағзаһы, БР-ҙың һәм РФ-ның халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев –
юбилярға «Ал да нур сәс халҡыңа» юғары наградаһын тапшырҙы. Театр директоры Иршат Фәйзуллин һәм баш режиссер Айрат Абушахманов коллектив исеменән йылы һүҙҙәр һәм теләктәр еткерҙе.
Рәүис Заһитов тамашасыларға, ҡунаҡтарға һәм үҙенең коллективына ихлас рәхмәтен һүҙҙәрен белдерҙе. Һуңынан режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған «Ҡоҙаса» спектакле күрһәтелде.