РӘҮИС ЗАҺИТОВҠА – 75!

РӘҮИС ЗАҺИТОВҠА – 75!

Рәүис Заһитов Башҡорт дәүләт академия драма театрында 1974 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң эш башлай. Ошо йылдан башлап, көндән – айға, айҙан – йылға үрелгән йылдарҙы үҙ иҫәбенә алып, тиҫбе булып теҙелгән миҙгелдәр ашыҡмай ғына бер-береһенә өҫтәлә килгән. Тамсы тама-тама күл була,тигәндәй, берәмләп йыйылған ижад емештәре, театр донъяһына эскерһеҙ хеҙмәт итеүе артисҡа уңыш алып килә.

Төп милли театрыбыҙ сәхнәһендә дүрт тиҫтә йыл эшләү дәүерендә Рәүис Заһитов бик күп иҫтә ҡалырлыҡ, күркәм образдар ижад итеп, үҙен рухи донъябыҙҙы үҫтереүгә ҙур хеҙмәт һалған талантлы ижадсыларыбыҙҙың береһе итеп танытты.

Рәүис Заһитов Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылында тыуған. Моңло тауышы атаһынан күскән, ә һәләте уның тәбиғәттән.

Янмайынса балҡып булмай. Балҡыр өсөн юғарыға артылырға кәрәк, сөнки яҡтылыҡ юғарынан ғына төшә. БР-ҙың халыҡ, РФ-ның атҡаҙанған артисы Рәүис Заһитовтың да сәхнә сәнғәте күгендә туҡтауһыҙ эҙләнеү, илһамлы хеҙмәт юлы менән яуланған үҙ юғарылығы, үҙ яҡтылығы бар. Рәүис Заһитов ҡатмарлы, көслө характерҙарҙы ла, көлкөлө образдарҙы ла ҡабатланмаҫ оҫталыҡ менән, ышандырырлыҡ итеп башҡара. Сәхнәгә сығыуы менән залда ниндәйҙер йәнләнеү, тамашасының күңел йылыһын тояһың. Р.Заһитовҡа халыҡ юморы, халыҡтың оптимизм сығанағы тәбиғәт тарафынан йәлләмәй бирелгән. Таланты менән генә түгел, үҙенә генә хас ихласлығы, эскерһеҙ бер ҡатлылығы, бирелеп, онотолоп уйнауы, тыуҙырған образдарының халыҡсанлығы, тормошсанлығы менән хайран ҡалдыра ул. Сөнки Рәүис Заһитов артист булараҡ образдың эске кисерешен, уның спектаклдәге үҫешен үҙенсә аса, йәғни, образдың иң ҡәҙерле детален таба ла шуны төрлө төҫтәрҙә байыта. Шундай ролдәренән – «Мираҫ» (А.Софронов) спектаклендәге Слава, «Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш» (Т.Миңнуллин) драмаһындағы Рәмил, «Аҫылйәр»ҙәге (М.Фәйзи) Ғәбдрәшит, сабый һымаҡ бер ҡатлы һәм шаян Ғәлиулла ҡарт (Ә.Атнабаев «Законлы никах менән!») образдары. Беренсе тапҡыр ғашиҡ булған һәм онотолоп хыялға бирелгән Ильясты (М.Кәрим. «Ҡыҙ урлау») уйнағанда йәш кенә, күңелсәк һәм гонаһыҙ зат булып күҙ алдына баҫа ул. Төҙәлгеһеҙ ғәйбәтсе Йыһан ҡарсыҡ (Х.Ибраһимов. «Башмағым») ролен башҡарғанда Р.Заһитов танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Ауыл буйлап өйҙән-өйгә ғәйбәт йөрөткән боҙоҡ ҡарсыҡтың үҙе тиерһең… Һуңғы йылдарҙа башҡарған Садрый Мәҡсуди («Әхмәтзәки Вәлиди Туған», Н. Асанбаев, реж. А. Абушахманов, тарихи драма), Закир («Хыялый», С. Әбүзәр, реж. А. Йәнбәков, лирик комедия), Хәсән («Бер мәл санаторийҙа…», Н. Ғәйетбаев, реж. И. Вәлиев, комедия), Робинзон («Бирнәһеҙ ҡыҙ», А. Островский, реж. О. Ханов, драма), Булат («Хыял диңгеҙе» Ф.Бүләков, реж. А.Йыһаншин, комедия) һәм башҡа ролдәре берҙәй мауыҡтырғыс, һөйкөмлө һәм тормошсан.

Рәүис Заһитов халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ та шаҡтай билдәле. Моң – һағыш, мөхәббәт һәм аһ-зар тулы «Сибай», «Буранбай», «Илсе Ғайса» һәм башҡа халыҡ йырҙарын, шулай уҡ эстрада йырҙарын да хисләнеп, ҡанатланып, берҙәй уңышлы башҡара.

Бөгөн Рәүис Хәбир улы – олпат, тәжрибәле сәхнәһе оҫтаһы, йәштәрҙең кәңәшсеһе, тамашасының яратҡан артисы 75 йәшлек юбилейын билдәләй.

Хөрмәтле Рәүис Хәбир улы! Бар коллектив исеменән Һеҙгә ижади уңыштар, рух күтәренкелеге, ғаилә бәхете һәм сәләмәтлек теләйбеҙ! Тамашасыларҙың алҡыштыры туҡтамаһын, сәхнә тигән изге урында тағы лы яңы матур ролдәр тыуҙырып оҙаҡ йәшәргә насип итһен!