24 апрелдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” спектакле премьераһының икенсе көнө аншлаг менән уҙҙы! Был көндө шулай уҡ спектакль алдынан театр фойеһында хикәйә авторы Гөлсирә Ғиззәтуллина һәм ҡуйыусы режиссер Айрат Абушахманов театр һөйөүселәр, журналистар менән осрашты. Гөлсирә Мирза ҡыҙын әҫәренең сәхнәгә сығыуы менән ҡотларға класташтары, яҡташтары ла килгән ине.
Гөлсирә Ғиззәтуллина Үзбәкстандың Бохара өлкәһе Ҡаған ҡалаһында тыуған, уның бала сағы Ейәнсура районының Иҙәш ауылында үткән. Ул бөтә ғүмерен башҡорт матбуғатына бағышлай, журналист, яҙыусы һәм бер нисә телде (шул иҫәптән инглиз һәм библия яҙылған иврит телдәрен дә) белгән профессиональ тәржемәсе булараҡ танылған. Гөлсирә Мирза ҡыҙы Амстердамдың Азат университетында тәржемә оҫталығына өйрәнә, шул ваҡытта Европа буйлап сәйәхәт итә, күп илдәрҙә була, хатта Африкаға сәйәхәт ҡыла. Һуңғы йылдарҙа ул тыуған яҡтарында – Ейәнсура районының Иҙәш ауылында йәшәй, йорт төҙөгән, баҡса ултыртҡан, хужалығында мал-тыуар ҙа тота.
“Күп илдәрҙә булғандан һуң, мин ысын бәхеттең тыуған илдә, яҡындарың араһында булыуын һәм күңелеңә ятҡан эш һәм шөғөл икәнен аңланым” – ти яҙыусы.
Осрашыу барышында “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” спектакленең ҡуйыусы режиссеры Айрат Абушахманов постановканың жанр үҙенсәлеге хаҡында бәйән итте, һорауҙарға яуап бирҙе. Әйткәндәй, премьера спектакле кинодрама жанрында ҡуйылған. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл тулыу уңайынан сәхнәләштерелгән “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” спектакле премьераһың икенсе көнө аншлаг менән үтте, күңелдәргә үтеп инер постановканы тамашасылар алҡыштарға күмде. Ижади төркөмдә: ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Рәмис Хәкимов, хореограф – Ринат Абушахманов, видеорежиссер – Руслан Юлтаев, яҡтыртыу буйынса рәссам – Сергей Гаевой, немец теленән консультант – Рәмзиә Латипова.