ПРЕМЬЕРАЛЫ ГАСТРОЛДӘРЕБЕҘ!

ПРЕМЬЕРАЛЫ ГАСТРОЛДӘРЕБЕҘ!

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “КЕШЕ БУЛЫП ҠАЛЫРҒА ” / “ОСТАТЬСЯ ЧЕЛОВЕКОМ” спектакле премьераһы Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында, Учалы ҡалаһында үтте. Елена Коллегованың әҫәре буйынса спектаклде Хөрмәтулла Үтәшев сәхнәләштерҙе, проекттың художество етәксеһе – Айрат Абушахманов.

“Кеше булып ҡалырға” спектакле сюжеты Бөйөк Ватан һуғышы тураһында төшөрөләсәк фильмдың кастингы тирәләй бара. Постановкала илһөйәрлек, яуаплылыҡ төшөнсәләре күтәрелә, махсус хәрби операцияла булып ҡайтҡан яугир яҙмышы аша тотош дәүер һәм ҡараштар тасуирлана.
Театр коллективын премьера менән ҡотлайбыҙ! Спектакль оҙон ижади ғүмерле булһын!