Спектакль “кешенең йәшәү парадоксын” тикшерә: геройҙар көндәлек мәшәҡәттәргә сумып, яҙмыштарының мөһим боролоштарын күҙҙән ысҡындыра.
«Ваня ағай» был сәхнәләштереүҙә психологик театр традицияларына тоғро ҡала, әммә көтөлмәгәнсә заманса яңғырай – тамашасыны ваҡыт, юғалған өмөттәр һәм кешелек йәшәйешенең мәңгелек һорауҙары тураһында уйланырға саҡыра.
Режиссер Степан Пектеев әйтеүенсә:
«Чехов – ул билдәле бер мәлдә генә килеп етә торған юғары нөктә. Ул кешенең тормош һынылыштары ваҡытында ҡапыл үткәндәренә күҙ һалыуын һәм иң ҙур хыялы – бер иртәлә барыһын да яңынан башлау теләге барлығын күрһәтә. Был мөмкинме икән һуң?.. Әллә ваҡыт беҙҙе тормошҡа ашмаған өмөттәр әсирлегендә ҡалдырып, кире ҡайта алмаҫлыҡ үтеп китәме?»
Премьераға саҡырабыҙ! 13 һәм 14 март 19:00 сәғ.
Спектакль башҡорт телендә уйнала, рус теленә тәржемә субтитрҙар аша бара