ФӘЙЗУЛЛИН ИРШАТ ИШБУЛАТ УЛЫ

ФӘЙЗУЛЛИН ИРШАТ ИШБУЛАТ УЛЫ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының директоры

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019)

Фәйзуллин Иршат Ишбулат улы Башҡортостандың Әбйәлил районы Ишҡол ауылында тыуған.

Башҡорт дәүләт аграр университетын (1998), БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (2005) тамамлаған.

1998–2001 йылдарҙа Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләй.

2001 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ойоштороу мәсьәләләре буйынса генераль директор урынбаҫары, 2017 йылдан – директор.