АБУШАХМАНОВ АЙРАТ ӘХТӘМ УЛЫ

АБУШАХМАНОВ АЙРАТ ӘХТӘМ УЛЫ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры

Д.Сиразиев исемендәге премия лауреаты (Ҡазан, 2009)

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2012)

Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2020)

Абушахманов Айрат Әхтәм улы Өфө ҡалаһында тыуған. 1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң (Р.В.Исрафилов курсы) Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында актер булараҡ эш башлай.

1998–2003 йылдарҙа Рәсәй театр сәнғәте академияһының режиссерлыҡ бүлегендә уҡый (курс етәксеһе — П.О.Хомский, педагогы – В.В.Долгачев). Уҡыу осоронда Айрат Абушахманов режиссер ассистенты булараҡ Мәскәүҙең Яңы театрында А.Гельман, Р.Роуз, А.Островский, К.Гольдони һәм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәрен сәхнәгә ҡуйыуҙа ҡатнаша.

2004 йылда А.Абушахманов М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында режиссер булараҡ эш башлай.

2005–2012 йылдарҙа баш режиссер вазифаһын башҡара.

2012 йылдан алып театрҙың режиссеры.

2019 йылдан — театрҙың баш режиссеры.

А.Абушахмановтың М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйған спектаклдәре:

  • 2003 й. — «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (М.Кәрим, Р.Исрафилов инсц., хыял),
  • 2004 й. — «Хушығыҙ, хыялдарым!» (Ә.Атнабаев, драма),
  • 2005 й. — «Ҡыҙыл йондоҙ» (М.Ғафури, Н.Ғәйетбайҙың сәхнә варианты, драма)
  • 2006 й. — «Ҡоҙаса» (Б.Бикбай, комп. З.Исмәғилев, музыкаль комедия)
  • 2006 й. — «Кәкүк ояһы» (Кен Кизи, психологик триллер),
  • 2006 й. — «Үҙ йөрәгеңде тыңла!» (Г.Х.Андерсен, әкиәт),
  • 2007 й. — «Йырҙарҙа — йылдар тауышы» (ретро – фантазия)
  • 2007 й. — «Мулла» (Т.Миңнуллин, драма)
  • 2008 й. — «Шәүрәкәй» (М.Буранғолов, музыкаль комедия)
  • 2008 й. — «Серле көршәк» (З.Биишева, Д.Кәримова инсц., әкиәт) (ҡуйылыш етәксеһе)
  • 2009 й. — «Минең ғаиләм» (Т. Дәүләтбирҙина, мелодрама)
  • 2009 й. — «Яратыу гонаһмы?» (Т.Миңнуллин, драма)
  • 2010 й. — «Әхмәтзаки Валиди Туған» (Н.Асанбаев, А.Абушахманов, тарихи драма)
  • 2010 й. — «Алтын асҡыс» (А.Толстой, музыкаль мажара)
  • 2011 й. — «Ҡыҙыҡ был тормош!..» (В.Шукшин. хикмәттәр)
  • 2011 й. — «Юл ҡағиҙәләре — беҙҙең дуҫтар»  (балалар өсөн интерактив әкиәт)
  • 2011 й. — «Ай тотолған төндә» (М. Кәрим)
  • 2012 й. — «Бәхет хаҡы»  (Х.Мөҙәрисова, мелодрама)
  • 2012 й. — «Руди-never off…» (Рудольф Нуриевтың ғүмер миҙгелдәре
  • 2013 й. — «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр» (Я.Пулинович, драма)
  • 2014 й. — «Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури, А.Абушахманов, Ш.Ғилманова инсценировкаһы)
  • 2015 й.  — «Джут (Һуңғы йәйләү)» (О.Жанайдаров, драма)
  • 2016 й. — «Ул бит кисә ине» (А.Әхмәтғәлиева, лирик комедия)
  • 2017 й. — «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсценировкаһы) — «Алтын битлек» Рәсәй милли театраль премияһына 6 номинацияла дәғүә итә. «Алтын битлек»тең драма һәм ҡурсаҡ театрҙары жюриһының Беренсе махсус призына «За сценическое прочтение романа Гузели Яхиной «Зулейха открывает глаза» номинацияһында еңеү яуланы.
  • 2018 й. — «Мин – Марат» (У.Ғәлиев, провинциаль проза)
  • 2019 й. —  «Һөйәркә» (Т.Миңнуллин, драма)
  • 2019 й. —  «Гөлбостан» (Ҡ.Даян, Д.Йосопов инсценировкаһы)
  • 2022 й.  — «Һинһеҙ килгән яҙҙар» (З.Ҡадырова, мелодрама)
  • 2022 й.  — «Ҡыҙыл паша» (Н.Асанбаев)
  • 2023 й. — «Чехов – уроки» (А.П.Чехов)

 

* * *

  • 2001 й. — Өфө «Нур» Татар дәүләт театры — «Шайтан ҡотортто» (К.Гольдони)
  • 2005 й. — Туймазы татар дәүләт драма театры — «Рядовойҙар» (А.Дударев)
  • 2010 й. — Салауат башҡорт дәүләт драма театры — «Ете ҡыҙ» (Н.Асанбаев)
  • 2010 й. — Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры — «Ике хат» (М.Кәрим)
  • 2013 й. — Ғ.Камал ис. Татар дәүләт академия театры — И.Зәйниев пьесаһы буйынса «Әрем еҫе» спектаклдәрен ҡуйҙы.
  • 2005 й. — А.Абушахмановтың М.Кәрим повесы буйынса «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» спектакле (хыял) Төрки телле театҙарҙың «Нәүрүз» халыҡ ара фестивалендә «Режиссерлыҡ дебюты» номинацияһында билдәләнде (Ҡазан).
  • 2006 й. — «Ҡоҙаса» (Б.Бикбай, З.Исмәғилев) музыкаль комедияһы «Төркиәлә Башҡортостан көндәре» сиктәрендә Истанбул ҡалаһында күрһәтелде, 2008 йылда Шанхай Драма Сәнғәте үҙәге менән алмаш гастролдәр мәлендә ҡытай тамашасаһы алдында уйналды.
  • 2006 й. — К.Кизи романы буйынса А. Абушахмановтың (ул сәхнә версияһы авторы ла) «Кәкүк ояһы» психологик триллеры Төрки телле театрҙарҙың IV «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара фестивалендә Гран-При яуланы.
  • 2007 й. — «Кәкүк ояһы» спектакле IX Бөтә Рәсәй «Реаль театр» (Түбәнге — Новгород) фестивалендә ҡатнашты.
  • 2008 йылда ошо уҡ спектакль дүрт номинацияла «Алтын Битлек» Милли премия — Фестиваленә тәҡдим ителде.
  • 2009 йылда «Кәкүк ояһы» менән Башҡорт академия драма театры Белоруссияла уҙған Халыҡ-ара «Панорама» фестивалендә сығыш яһаны.
  • Нәжиб Асанбаев пьесаһы буйынса ҡуйған «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһы менән театр Төркиәнең Конъя ҡалаһында II Халыҡ-ара «Мең һулыш — бер тауыш» театр фестивалендә сығыш яһаны.
  • 2010 йылда Айрат Абушахмановтың (режиссер асистенты – А.Йәнбәков) «Серле көршәк» хикәйәте Санкт-Петербургта үткән «Арлекин» VII Бөтә Рәсәй фестиваленең «Спектаклдең пластик һөйкөмлөлөгө өсөн» Призына лайыҡ булды.
  • 2010 йылда «Төркиәлә Башҡортостан көндәре» сиктәрендә «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһы Истанбулда «Решад Нури сахнасе»ендә күрһәтелде.
  • 2012 йылдың сентябрендә Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара фестивалендә А.Абушахманов ҡуйған «Ай тотолған төндә» (М.Кәрим) спектакле «Иң яҡшы режиссерлыҡ эше өсөн» номинацияһында еңеүсе булды.
  • 2018 й., 21 сентябрь — «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина романы буйынса, Я.Пулинович инсц.) спектакле XIX Халыҡ-ара Волков фестивалендә ҡатнашты (Ярославль ҡалаһы).
  • Айрат Әхтәм улы Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары театрҙары менән даими бәйләнештә йәшәй, күренекле театр әһеле, режиссер Лев Додин лабораторияһында шөғөлләнә. Америкала (Нью-Йорк, Чикаго), Швейцарияла стажировка үткән (Мантро).
  • А.Абушахмановтың башҡорт халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса ҡуйған спектакле 2016 йылда «Алтын битлек» Милли-премия фестиваленә тәҡдим ителеп спекталдең сценографы Альберт Нестеров «Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше» номинацияһында премия яуланы.
  • 2017 йылдың мартында режиссер Айрат Абушахмановтың «Джут» спектакле (О.Жанайдаров) «Алтын битлек» Фестивале сиктәрендә уҙғарылған «Маска Плюс» проектында күрһәтелде.
  • 2018 й. — Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры — «Биғылый» (С.Ильясов романы буйынса)