ОЛО ЮҒАЛТЫУ

ОЛО ЮҒАЛТЫУ

30 сентябрҙә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге һәм Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премиялары лауреаты Олег Закир улы Хановтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
Күренекле актер, режиссер, педагог Олег Хановтың тотош ғүмере театрға янып хеҙмәт итеүгә арналды, ижады сәхнәләге ролдәре аша ялҡынлы, ҡөҙрәтле булып танылды. Сығыштары бер-нисә быуын тамашасыһы өсөн эталонға әүерелеп, актерҙың исеме Рәсәй мәҙәниәте тарихына мәңгелеккә уйылып ҡалды. Олег Закир улының һәр роле – асышҡа, һәр спектакле ҙур ваҡиғаға тиң ҡабул ителде. Бөйөк актерҙың таланты, юғары һөнәри оҫталығы, сәнғәткә тоғролоғо беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
ОЛЕГ ХАНОВ менән хушлашыу 2 октябрь 10:00 сәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үтәсәк. Матәм митингы 12:00 сәғәттә башлана.