НУРИЯ ИРСАЕВАНЫҢ ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕ!

НУРИЯ ИРСАЕВАНЫҢ ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕ!

28 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Нурия Ирсаеваның “Нурияның нурлы таңдары” исемле юбилей кисәһе уҙҙы.

Был көндө юбиляр адресына бик күп телеграмалар килде, матур теләктәр һәм йылы һүҙҙәр әйтелде.

Ҡотларға тип Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, БР Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Александр Кузьменко, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахманов һәм башҡалар килде. Шулай уҡ Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрынан коллегалары Рәсәйҙең, Татарстандың халыҡ артисы Әзһәр Шәкиров һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ринат Әхмәҙуллин, юбилярҙың яҡын дуҫтары, яҡташтары һәм туғандары ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр.

Был матур көндө Нурия Ирсаева үҙенең яҡындары, дуҫтары, рухташтары, моңдаштары һәм дә тамашасылары менән бергә ҡаршы алды. Тамаша залында оҙаҡ ҡына алҡыштар тынманы, зал йылмайыуҙар һәм йылы һүҙҙәр менән тулы ине. Тамашасылар юбилярҙы ебәрергә лә уйламаны! Туған коллективы исеменән театр директоры Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин Нурия Исхаҡ ҡыҙына оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, яңы ролдәр теләне.