МУЛЛАЯН СӨЙӘРҒОЛОВ МЕНӘН ХУШЛАШЫУ

МУЛЛАЯН СӨЙӘРҒОЛОВ МЕНӘН ХУШЛАШЫУ

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Муллаян Зыяйетдин улы Сөйәрғолов менән бәхилләштеләр. Бөйөк артисты һуңғы юлға оҙатырға туғандары, коллегалары, дәүләт һәм йәмәғәт вәкилдәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре, тамашасылар килде.

Матәм митингыһын М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры вазифаһын башҡарыусы Зиннур Сөләймәнов алып барҙы.
– Муллаян Зыяйетдин улы кеүек милли театр сәнғәтенең көслө бер быуыны вәкилдәрен юғалтыу, әлбиттә, бик моңһоу. Улар менән бергә тарих, йәм китә кеүек. Уның ҡарауы, беҙ ошо бөйөк артистарыбыҙҙы иҫкә алып, улар ҡалдырған рухи мираҫты һаҡларға һәм йәш быуынға лайыҡлы тапшырырға бурыслы, – тине үҙ сығышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев.

Тамашасы һөйөүен ихласлығы менән арбаған сәхнә оҫтаһы менән хушлашыу сараһында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин, Бөрйән районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәнил Кинйәғолов һүҙ тотто.

– Бөйөк ГИТИС курсының вәкиле – Гөлли Мөбәрәкова, Хәмит Яруллин, Фәрдүнә Ҡасимова кеүек оло шәхестәрҙең һабаҡташы булараҡ Муллаян ағай башҡорт академия драма театрына ғүмер буйы тоғро хеҙмәт итте. 91 йәшкәсә йәшәһә лә, театр өсөн, барыбер, етмәй ҡалған кеүек булды. Тормошто яратыуы, дәртлелеге менән йәш актерҙарға өлгө лә, уҡытыусы ла кеүек ине. Йәштәрҙең Муллаян Зыяйетдин улын “Дыңҡ” ағай тип йөрөтөүе лә әлеге ағайҙың хәлдәрен һорағанда “Дыңҡ!” тип ихлас, шаян яуап биреүенән ҡалған матур күренеш ул, – тине үҙ сығышында М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов.

Һоҡланғыс сәхнә ғүмере дауамында бик күп йәнле, сағыу образдар һынландырған, рухи остазға әүерелеп, оҫталығы менән бер нисә быуын актерҙарын илһамландырған Муллаян Сөйәрғоловты һуңғы юлға оҙатыу сараһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, актриса, профессор Фәрдүнә Ҡасимова йылы хәтирәләр менән уртаҡлашты.

Тамашасылар хәтерендә матур аҡ олатай ҡиәфәтендә һаҡланыр актерыбыҙ Муллаян Зыяйетдин улы менән хушлашыр көндә тәбиғәттең сафланып, ап-аҡ ҡарға төрөнөүе лә бушҡа түгелдер. Ихлас, сабыйҙарса алсаҡ, һәр саҡ үҙе булып ҡалған ағайыбыҙ хаҡында иҫләрбеҙ, һоҡланып һөйләрбеҙ, һағынырбыҙ, – тип, актерҙың рухына доға ҡылды Өфөләге “Мөнирә” мәсете имам-хатибы Морат Лоҡманов.

Башҡортостандың халыҡ артисы Муллаян Сөйәрғолов хаҡында яҡты иҫтәлектәр беҙҙең күңелдә мәңге һаҡланыр. Актер иртәгә тыуған ауылында – Бөрйән районының Байназар ауылында ерләнәсәк.