Нажия менән Йәмилдең дуҫлашып йөрөүе әллә ҡасандан, тик никах сәғәттәре һаман һуҡмай, эште өсөнсөгә өйләнергә тиҙ генә баҙнат итмәгән Йәмил һуҙа. Шулай ҙа, бер көндө Нажия, инде лә түҙемлеге бөтөп: «Әгәр ҙә миңә ун һигеҙ йәш булһа, һинең менән яҙылышмайынса ла йәшәр инем. Ләкин миңә күптән ун һигеҙ түгел, ғәфү ит, минең бындай билдәһеҙлектә йәшәгем килмәй»,- ти. Ә Йәмил, һаман икеләнеп: «Ҡатыныңдың нисек буласағын белгең килһә — әсәһенә ҡара», «Алма ағасынан алыҫ төшмәй», ҡыҫҡаһы, ней… Мин… әсәйең менән танышҡым килә»,- тип һалдыра, буласаҡ ҡәйнәһенең юҡҡа ғына төрмәгә эләгеүен белмәйенсә. Бар яҡтан да килгән кейәүҙе ысҡындыра буламы һуң Нажия! Йәмилгә иректән «ҡәйнә» эҙләй.
«Кейәүгә сығырға уйлайбыҙмы? Шылды. Мин инде налоговый инспектор ҙа, президенттың ышаныслы кешеһе лә, гаишник та, чекист та, аяҡһыҙ һуғыш ветераны ла булдым. Ә бына ҡәйнә ролендә…», — тип, ризалаша Ғәлиә Харисовна — мыҡты кәүҙәле бер… ир?!
Ҡуйыусы-режиссер – Олег Ханов Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Дәүләт һәм С.Юлаев исем. дәүләт премиялары лауреаты
Ҡуйыусы- рәссам – Альберт Нестеров Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исем. дәүләт премияһы лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры
Композитор – Ләйсән Шәрипова
Бейеүҙәр ҡуйыусы – Сулпан Асҡарова Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы
РОЛДӘРҘӘ:
Ғәлиә Харисовна – Фидан Ғафаров Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты
Йәмил – Руслан Хайсаров Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Вәсил Кәбирович – Алмас Әмиров Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич ис. республика йәштәр премияһы лауреаты
Мәрйәм Иршатовна – Гөлнара Әмирова Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы
Светлана Хәкимова Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Нажия – Милена Сираева
Элеанора – Гөлмирә Исмәғилева
Премьера көнө – 25 май 2016 йыл
Диктор- тәржемәсе – Ғәлиә Сөләймәнова