Театр ижадына хөрмәтегеҙ, мәҙәниәткә хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт!
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин, баш режиссер Айрат Абушахманов 105-се ижад миҙгелендә театр эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса әүҙем хеҙмәттәшлек алып барған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашып, уларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сәхнә менән тамашасы араһында бәйләнеш булдырыуығыҙ, авторҙар, актерҙар ижады тураһында проекттарығыҙ өсөн рәхмәт, киләсәктә лә бергә эшләргә, республика мәҙәниәтенә дәррәү хеҙмәт итергә яҙһын!