М. ГАФУРИ ИС. БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫНДА X «ТЕАТР ЯҘЫ – 2026» РЕСПУБЛИКА ФЕСТИВАЛЕНЕҢ ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҮТТЕ

М. ГАФУРИ ИС. БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫНДА X «ТЕАТР ЯҘЫ – 2026» РЕСПУБЛИКА ФЕСТИВАЛЕНЕҢ ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҮТТЕ

17 март М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрында X «Театр яҙы – 2026» Республика фестивале туғыҙ йылдан һуң яңынан башланыуы айҡанлы пресс-конференция үтте. Был осрашыу Башҡортостан театр өлкәһенең төп әһелдәрен йыйҙы. Матбуғат конференцияһында Зиннур Сөләймәнов (фестиваль һәм театр директоры), Виктория Замесина (Стәрлетамаҡ дәүләт урыҫ драма театры директоры), Алмас Әмиров (Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе), Айрат Абушахманов (фестивалдең художество етәксеһе, театрҙың баш режиссеры), шулай уҡ Руслан Вәхитов (Туймазы дәүләт татар драма театры директоры) ҡатнашты.

Фестивалдә республикабыҙҙың төп театр коллективтары ҡатнашасаҡ, улар үҙҙәренең һуңғы ике миҙгелендәге иң яҡшы спектаклдәрен тәҡдим итәсәк. Был байрам театр ҡаҙаныштарын ғына күрһәтеү менән сикләнмәй, фестивалдә шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыу, үҫеш өсөн майҙансыҡтар буласаҡ: заманса театр технологиялары, сәхнә теле, мәҙәни маркетинг, нейросеттәр ҡулланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, йәш белгестәр өсөн лабораториялар ҡаралған.

Быйылғы фестивалдең мөһим ваҡиғаһы булып Театр эшмәкәрҙәре союзының профессиональ премияларының тергеҙелеүе тора. Айырыуса сағыу ролдәр һәм әһәмиәтле ҡаҙаныштар махсус бүләктәр менән билдәләнәсәк. Алмас Әмиров әйтеүенсә, быйыл Театр эшмәкәрҙәре союзы тәҡдиме менән Бәҙәр Йосопова һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге махсус премиялар тапшырыла башлаясаҡ һәм был башланғыс киләсәктә күркәм йолаға әүерелер тип өмөт ителә.

Спектаклдәрҙе баһалау һәм еңеүселәрҙе билдәләү өсөн жюри ағзалары ла һайланды. Уның рәйесе — Айһылыу Сәғитова (театр белгесе, сәнғәт фәндәре кандидаты, доцент, З.Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт институтының сәнғәт теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире). Жюри составында шулай уҡ танылған белгестәр: Галина Вербицкая (сәнғәт фәндәре кандидаты, философия фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, З.Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры), Нияз Игламов (театр тәнҡитсеһе, педагог, Муса Йәлил ис. премия лауреаты, «Алтын битлек» Милли театр премияһының эксперттар советы ағзаһы), Глеб Ситковский (театр тәнҡитсеһе, журналист, Театр тәнҡитселәре ассоциацияһы координаторы, «Алтын битлек» Милли театр премияһының жюри ағзаһы), Лариса Каневская (театр күҙәтеүсеһе, «МНЕНИЕ» интернет-журналының баш мөхәррире, «Алтын битлек» һәм Мәскәүҙең «Гвоздь сезона» премияларының эксперттар советы ағзаһы).

Фестивалдең тантаналы асылыуы 20 март Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында үтәсәк, ә еңеүселәрҙең исемдәре 27 март – Бөтә донъя театр көнөндә М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрында иғлан ителәсәк. «Театр яҙы» йәнә Башҡортостан театрҙары араһында ижади аралашыуҙың, дуҫлыҡтың һәм берләшеүҙең төп майҙансығы булып торасаҡ.