М.ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫНДА-ЯҢЫ ХАЛЫҠ-АРА ПРОЕКТ!

М.ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫНДА-ЯҢЫ ХАЛЫҠ-АРА ПРОЕКТ!

Бөгөн театр директоры Иршат Фәйзуллин һәм баш режиссер Айрат Абушахманов Ҡырғыҙстан режиссеры Уланмырҙа Ҡарыпбаев менән осрашып, Сыңғыҙ Айтматовтың “Быуаттан да оҙайлы көн” һәм “Хуш, Гөлһары!” әҫәрҙәре буйынса ҡуйыласаҡ спектакль тураһында һөйләштеләр. Репетициялар иртәгә башлана, ә спектаклдең премьераһы көҙ айына буласаҡ.

Ҡырғыҙ режиссеры Уланмырҙа Ҡарыпбаевтың исеме бөгөнгө театр донъяһында киң билдәле. Ул Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Рәсәй һәм Көньяҡ Корея театрҙарында спектаклдәр ҡуйған. Башҡортостан тамашасыларына ла уның исеме яҡшы таныш – уҙған йылда “Туғанлыҡ” Халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә К.Жантошев исемендәге Ысыҡкүл өлкә музыкаль-драма театрының “Аҡ кеме” (С. Айтматов) спектакле өсөн Уланмырҙа Ҡарыпбаев “Иң яҡшы режиссер эше” номинацияһында еңеү яулағайны. Шулай уҡ, фестивалгә ҡушымта булараҡ уның “Көн ҡармаған бала” (С. Раев) спектакле лә беҙҙең сәхнәлә уйналды. Был сәхнә әҫәрҙәрен театр һөйөүселәр бик йылы ҡабул иткән ине.