М.ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ РЕСПУБЛИКАБЫҘ ХАЛЫК-АРА МИЛЛИ ТЕАТРҘАР СИМПОЗИУМЫНДА ҠАТНАШТЫ.

М.ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ РЕСПУБЛИКАБЫҘ ХАЛЫК-АРА МИЛЛИ ТЕАТРҘАР СИМПОЗИУМЫНДА ҠАТНАШТЫ.

Европа, Азия, Төнъяҡ Америка ҡитғаларынан тиҫтәләгән ил делегаттарының эшлекле аралашыуы онлайн рәүештә барҙы.
Театрҙың директор вазифаһын башҡарыусы Зиннур Сөләймәнов, баш режиссер Айрат Абушахманов, директор урынбаҫары Иршат Фәйзуллин, баш мөхәррир Динара Ҡәйүмова симпозиумда ҡатнашыусыларҙы театрҙың тарихы менән таныштырып, бөгөнгө эш барышы һәм киләсәктә әлеге сәнғәт төрөн йәшәтеү, үҫтереү буйынса атҡарыласаҡ ғәмәлдәр хаҡында һүҙ тотто. Милләт һәм халыҡ-ара проект булараҡ “Туғанлыҡ” фестивале һәм ҡырғыҙ режиссеры Уланмырҙа Ҡарыпбаев менән хеҙмәттәшлек өлгөһөндә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының төп миссияһы донъя мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнештә атҡарылыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Венгрия, Рәсәй, Испания, Ирландия, Бөйөк Британия, Италия, Румыния, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Нидерландтар, Төнъяҡ Македония һәм Америка Ҡушма Штаттары театрҙары вәкилдәре ҡатнашҡан онлайн симпозиумда милли театрҙарҙы борсоған һорауҙар күтәрелде. Туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү, йәш быуын тамашасыһы менән бәйләнеш, заманса сәнғәт формаларын табыу, эшмәкәрлекте көндән-көн үҙгәрә барған цифрлы киңлек шарттарына ҡулайлаштырыу кеүек мәсьәләләр көнүҙәк һәм уртаҡ булыуы асыҡланды.

Симпозиумда ҡатнашыусылар театр сәнғәтенә бәйле мәсьәләләрҙе халыҡ-ара кимәлдә уртаҡлашып ҡына ҡалмай, уларҙы хәл итеү юлдарын да бергәләп эҙләү яҡшы һөҙөмтә бирәсәк, тип билдәләне.