«Туғанлыҡ» Халыҡ-ара милли театрҙар фестивале тамамланыу менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы тағы ла бер Халыҡ-ара сараға ҡушылды. Ул да булһа,Совет майҙанында уҙған «Китап байрам» йәрминкәһе. Унда беҙҙең театр артистары «Һүҙ сәнғәте» тигән темаға арналған художестволы проект тәҡдим итте.
Ҡатнаштылар: Морат Рафиҡов, Айым Сөләймәнова, Илүзә Кусябаева, Таң Хөсәйенов, Светлана Хәкимова, Артур Ҡунаҡбаев, Илсөйәр Ғәзетдинова, Илдар Ғүмәров, Миңзәлә Хәйруллина, Юнир Ҡоланбаев.
Алып барыусылар: Айнур Ғәбитов һәм Лилиә Сәғитова.
Режиссеры – Фирғәт Ғарипов.
Сценарий авторы – Динара Ҡәйүмова.