МӘЖИТ ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ ВОЛГА БУЙЫ ФЕДЕРАЛЬ ОКРУГЫНЫҢ ТЕАТР ФОРУМЫНДА ҠАТНАША

МӘЖИТ ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ ВОЛГА БУЙЫ ФЕДЕРАЛЬ ОКРУГЫНЫҢ ТЕАТР ФОРУМЫНДА ҠАТНАША

20 апрелдән 22 апрелгә тиклем Түбәнге Новгород ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округының Театр форумында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Зиннур Сөләймәнов, баш режиссеры Айрат Абушахманов һәм Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров ҡатнаша.

Форум Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы ойошторолоуға 150 йыл тулыуға арналған саралар циклында һигеҙенсе ҙур йыйын булып тора һәм «Театр России. От наследия к инновациям» тигән күләмле проект сиктәрендә уҙа.

Проекттың төп маҡсаты – 2035 йылға тиклем Рәсәй театрҙарын үҫтереү концепцияһын булдырыу, тармаҡтың киләсәген билдәләү. Форумда 200-ҙән ашыу театр белгесе, сәнғәт фәндәре белгестәре, мәҙәни учреждениелар етәкселәре ҡатнаша. Өс көн дауамында ҡатнашыусылар театр сәнғәтенең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында төплө фекер алыша, мөһим мәсьәләләргә хәлиткес ҡараштар тәҡдим итә.

Форум спикерҙары араһында – Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Владимир Машков, режиссер Артем Сергеев, бизнес-консультант Владимир Данкин, “Темза” мәҙәни учреждениелар өсөн идара итеү системаһы ойоштороусыларҙың береһе Максим Шелунцов һәм башҡа эксперттар бар.

“Форумдың ойоштороусылары эштә яңы, инновацион ысулдар ҡуллана, был бары тик Рәсәй театрҙары үҫеше тураһында ғына һөйләшеү түгел, ә бөтөн театр донъяһын берләштергән командалы ҡараш формалаштырыу мөмкинлеген бирә,” — тип билдәләне Зиннур Сөләймәнов.

Волга буйы федераль округы илдең иң эре театр төбәктәренең береһе – бында төрлө йүнәлештәге 120-нән ашыу театр эшләй. Форум төбәк театрҙары тәжрибәһен туплау, проблемаларҙы өйрәнеү һәм Рәсәй театрҙарын алда көткән инновацияларҙы бергәләп билдәләү өсөн мөһим майҙансыҡ булып тора.