“Шунан, туй нисек үтте?” тиҙәр, ғәҙәттә. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында “Кейәүҙәр” музыкаль комедия премьераһы туйҙың үҙеләй күңелле, ихлас булды. Тамашасыларҙы төп ҡунаҡтай ҙурлап, фойела уҡ байрамса ҡаршы алыу ойошторолдо. Кәләш яғынанбыҙ, тип мәрәкәләгәндәргә – алһыу, үҙҙәрен кейәү яғы тип танытҡандарға күк таҫмалар тағып, ҡунаҡтар өсөн тамада Ләйсән Мәзитова йырлы-бейеүле уйын ойошторҙо.
Залдағы тамаша киң билдәле “Туй күлдәге” йырын күмәкләп башҡарыу менән асылды. Йәш йырсы Айҙар Исхаҡов спектаклдең башынан аҙағынаса артистар мн тамашасы араһындағы осҡонға төрлө музыка ҡоралдары ярҙамында ут өҫтәп, моң өрөп премьера кисен йәмләне.
Хәй Вәхит пьесаһы буйынса ҡуйылған, көнитмеште юмор, йыр-моң аша тасуирлаған “Кейәүҙәр” спектакленә оҙон ижади ғүмер теләйбеҙ! Премьера көнөн оло байрамдай ҡаршылау бәхете өсөн барлыҡ ижади төркөмгә, артистарға, һәр тамашасыбыҙға – рәхмәт!