Йәмле йәйҙе китаптағыса – матур, уйындағылай сағыу һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры менән бергә ҡаршылайыҡ.
Һеҙҙе III Халыҡ-ара “Китап-байрам”ы (31 май-1 июнь), II «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале (5-8 июнь) сиктәрендә үтәсәк сығыштарыбыҙға саҡырабыҙ!
30 майҙа 14:00-15:00 сәғәттә Аҡмулла сәхнәһендә (М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алды) – “Һуғыш ялҡыны өткән юлдар” әҙәби-музыкаль программа.
31 майҙа 13:00 – 14:00 сәғәттә Аҡмулла сәхнәһендә – Антон Чехов водевилдәре буйынса “Ах, был мөхәббәт!…” (реж. А. Әмиров) спектакле
7 июндә 16:00 – 17:00 сәғәттә “Mouse story” (Д. Урбан, реж. И. Казакбаев) спектаклен уйнаясаҡ.
Фестивалдә осрашҡанға тиклем!