БАЙМӨХӘМӘТОВ РӨСТӘМ РӘҮЕТ УЛЫ

БАЙМӨХӘМӘТОВ РӨСТӘМ РӘҮЕТ УЛЫ

Сценограф, рәссам-декоратор

Баймөхәмәтов Рөстәм Рәүет улы Норильск ҡалаһында тыуған.

Ҡ.Дәүләткилдеев ис. Республика һынлы сәнғәт гимназияһын (Өфө, 1997), Өфө сәнғәт училищеһын («интерьер дизайны» бүлеге; 2002), Санкт-Петербург театр сәнғәте академияһын (сценография и театр технологияһы факультеты; 2008) тамамлай.

2008 йылдан М.Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театрының ҡуйыусы рәссамы, 2012 йылдан – рәссам-декораторы.

М.ҒАФУРИ ИС. БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫНДА ҠУЙҒАН СПЕКТАКЛДӘРЕ

  • «Мулла» (Т.Миңнуллин, 2008 й.)
  • «Минең ғаиләм» (Т.Дәүләтбирҙина, 2009 й.)
  • «Яратыу гонаһмы?» (Т.Миңнуллин, 2009 й.)
  • «Мөхәббәт ҡарағы» (Ф.Бүләков, 2009 й.)
  • «Туй» (А.Чеховтың «Туй» водевиле буйынса спектакль, 2010 й.)
  • «Алтын асҡыс» (А.Абушахманов, А.Толстойҙың әкиәте буйынса спектакль, 2010 й.)
  • «Ҡыҙыҡ был тормош!..» (В.Шукшин, 2011 й.)
  • «Артур + Нэнси» (Ә.Дилмөхәмәтова, 2011 й.)
  • «Февраль. Буран…» (З.Бураҡаева, 2012 й.)
  • «Әллә ҡатын, әллә ен?..» (Т.Москвина, 2012 й.)
  • «Итекле бесәй» (Ш.Перро. В.Ганзенко инсц., 2014 й.)
  • «Бомба» (С.Әбүзәр, 2019 й.)
  • «Һөйәркә» (Т.Миңнуллин, 2019 й.)
  • «Йәш йөрәктәр» (Ф.Бурнаш, 2022 й.)
  • «Әсмә» (Р.Фәхретдинов. Ш.Шәкүрова инсц., 2022 й.)
  • «Еҙнәкәй» (Х.Ибраһимов, 2023 й.)

БАШҠА ТЕАТРҘАРҘАҒЫ ПОСТАНОВКАЛАРЫ

  • «Индийская насмешница» (Ғ.Ҡәйүмов, 2014 й., «Нур» Өфө татар театры)
  • «Ҡорҡот атаның һуңғы йыры» (З.Бураҡаева, 2015 й., Салауат башҡорт драма театры)
  • «Тере тупраҡ» (И.Дилмөхәмәтов, 2018 й., А.Мөбәрәков ис. Сибай башҡорт драма театры)
  • «Ҡанифа юлы» (С.Сурина, 2018 й., Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры). 2019 йылда «Сулпан» балалар театры Чебоксар ҡалаһында үткән «Атăл юмахĕ» (Волга әкиәте) Бөтә Рәсәй милли йәш тамашасы театрҙары фестивалендә «Иң яҡшы сценография» номинацияһында еңеүсе була.
  • «Игеҙәктәр» (Ә.Атнабаев, 2018 й., Туймазы татар драма театры)
  • «Ҡыҙ урлау» (М.Кәрим, 2019 й., С.Өмөтбаев ис. Минзәлә татар драма театры)
  • «Йәш йөрәктәр» (Ф.Бурнаш, 2020 й., Әлмәт татар драма театры)

 

КИНОЛАҒЫ ЭШТӘРЕ

  • «НАГАН» («Йәнле таҫма» кинокомпанияһы, режиссёрҙары Б.Йосопов, Р.Еникеев, 2016 й.)
  • «БАБИЧ» («Бабич» фильмы – республика кино производствоһы нигеҙендә төшөрөлгән тәүге тарихи башҡорт фильмы; Булат Йосоповтың «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы, режиссёры Б.Йосопов, 2017 й.)
  • «БЕРЕНСЕ РЕСПУБЛИКА» (Ә.Абдразаҡов ис. «Башҡортостан» киностудияһы, «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы, режиссёры Б.Йосопов, 2019 й.)