Хореограф, пластика буйынса режиссер, педагог
Хореография буйынса халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты
Өфөлә тыуған. З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған.
2016 йылдан — Әлмәт татар дәүләт драма театрында, 2020 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйыусы хореограф.
Дебют эше – О.Жанайдаров пьесаһы буйынса режиссер Э.Шахов ҡуйған «Магазин» спектакле (Әлмәт татар драма театры, 2016) XV Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивалендә «Бәләкәй формалағы иң яҡшы спектакль» номинацияһында еңеү яулай (2017) һәм «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһына 5 номинацияла тәҡдим ителә (2017).
Хореограф һәм пластика буйынса режиссер булараҡ Ҡазан, Новосибирск, Абакан, Һамар, Иркутск һәм башҡа ҡалаларҙың театрҙарында 40-тан ашыу спектакль сығара.
МӘЖИТ ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ СӘХНӘҺЕНДӘ ПЛАСТИК ЯҠТАН БИҘӘГӘН СПЕКТАКЛДӘРЕ:
- Baby-спектакль: «Һауанан ергә тиклем» (реж. А.Саҙрыев, 2019 й.)
- «Гөлбостан» (Ҡ.Даян; Д.Йосопов инсц., реж. А.Абушахманов, 2019 й.; «Алтын битлек» лонг-листы, 2020 й.)
- «Рөстәмдең сере» (Ә.Ҡотой; С.Баженова инсц., реж. Р.Букаев, 2020 й.)
- «Амеля» (Н.Крашенинников; А.Балғазина инсц., реж. А.Абушахманов, 2020 й.; Гөлнара Ҡаҙаҡбаева − «Сообщение» III милләт-ара театр фестивалендә иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, 2021 й.)
- «Балам» (В.Емелева, реж. И.Мөхөтдинов, 2021 й.)
- «Әсмә» (Р.Фәхретдинов; Ш.Шәкүрова инсц., реж. З.Сөләймәнов, 2022 й.)
- «Осҡон осто, янғын сыҡты» (А.Ишбулдина, реж. Ф.Ғарипов, 2022 й.)
- «Ҡыҙыл паша» (Н.Асанбаев; А.Абушахманов, Д.Ҡәйүмова инсц., ҡуйыусы реж. А.Абушахманов, 2022 й.)
- «Чехов – уроки» (А.П.Чехов; А.Абушахманов инсц., ҡуйыусы реж. А.Абушахманов, 2023 й.)
Һуңғы эштәре араһында пластика буйынса айырыуса уңышлы спектаклдәре:
- «Ирекһеҙҙән табип» («Лекарь поневоле»; Ж.-Б.Мольер, реж. Е.Кузина, Әлмәт татар драма театры, 2017 й.; В.С.Золотухин исемендәге III Бөтә Рәсәй йәштәр театр фестивалендә Гран-при яулай, Барнаул ҡ.; «Федерация» I Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивале дипломанты, Грозный ҡ.)
- «Үле йәндәр» («Мертвые души»; Н.Гоголь, реж. Э.Шахов, Елец ҡалаһының «Бенефис» ҡала театры, 2017 й.; «Сәхнә көҙгөһөндә» Профессиональ театрҙар конкурс-фестивалендә «Иң яҡшы пластик ҡуйылыш» премияһы, Липецк ҡ.)
- «Медея» (Еврипид һәм Х.Мюллер әҫәрҙәренә компиляция, реж. Э.Шахов, Әлмәт татар драма театры, 2017 й.; 2018 йылда «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһының иң яҡшы спектаклдәре исемлегенә (лонг-лист) инә; актриса Мәҙинә Ғәйнуллина Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһында үткән «Samgau» Халыҡ-ара фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» премияһына лайыҡ була)
- «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, реж. Э.Шахов, Новосибирск ҡалаһының «Старый дом» театры, 2019 й.; актер Ян Латышев «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһы өсөн «Парадиз» театр премияһына лайыҡ була, Новосибирск ҡ.)
- «Королевство кривых» (А.Фарятьев, реж. А.Фёдоров, 2020 й.; Әлмәт татар драма театры, «Алтын битлеккә» 6 номинация, 2021 й.; XVIII Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивалендә «Ҙур формалағы иң яҡшы спектакль», 2021 й.).
- «Бал-маскарад» операһы (Дж.Верди, реж. Ф.Разенков, Һамар академия опера һәм балет театры, 2021 й.)
- «Декабристы» мюзиклы (Е.Загот, реж. Ф.Разенков, Н.М.Загурский исемендәге Иркутск өлкә музыка театры, 2021 й.; «Алтын битлеккә» 6 номинация, 2021 й.)
- «Игроки» (Н.Гоголь, реж. И.Мөхөтдинов, Хакас милли драма театры, Абакан ҡ., 2022 й.)
Алина Мостаева «Территория» XIV Халыҡ-ара заманса сәнғәт фестиваль-мәктәбендә (Мәскәү, 2019);
И.Естегнеев һәм А.Абалихина етәкселегендәге DialogLab физик театр оҫтаханаһында (Руза, 2020);
Рәсәй Федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзы ҡарамағында А.Ищук һәм А.Пантыкин етәкселегендәге Бөтә Рәсәй йәш хореографтар лабораторияһында (Мәскәү, 2017);
«Молот. Сумерки» эскизы менән «Город. АРТ-подготовка» V театр лабораторияһында (Ҡазан, 2018) һәм башҡа төрлө белем биреү проекттарында һәм ижади лабораторияларҙа әүҙем ҡатнаша.