Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Елена Коллегова пьесаһы буйынса, режиссёр Хөрмәтулла Үтәшев ҡуйған «Кеше булып ҡалырға» спектакленең пресс-күрһәтеүе уҙҙы. Сараға республика һәм федераль матбуғат вәкилдәре, мәҙәниәт өлкәһе эксперттары саҡырылды.
Спектаклдән һуң журналистарҙың режиссёр, ижади төркөм һәм актерҙар менән аралашыу мөмкинлеге булды. Осрашыу йылы мөхиттә үтте.
Тамашасылар спектаклдә күтәрелгән темаларҙың көнүҙәклеген һәм сценографияның үҙенсәлекле, стандарт булмаған ҡарарҙарын айырыуса билдәләне. Пресс-күрһәтеүҙә ҡатнашыусыларҙың күпселеге әҫәрҙең бөгөнгө йәмғиәт өсөн әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Спектакль үҙенең ихласлығы һәм ябайлығы менән тәрән тәьҫорат ҡалдыра. Был һуғыш тураһында ғына түгел, ә һәр беребеҙҙең эске донъяһы хаҡында һөйләшеү. Артыҡ драматизмһыҙ, әммә бик нескә тойомлау менән бирелгән тарих тамашасыны уйланырға мәжбүр итә. Актерҙарҙың бурысы сюжетты һөйләү генә түгел, ә һәр тамашасының күңелендә тәрән кисерештәр уятыу икәнлеге асыҡ күренә», — тип билдәләне сара ҡунаҡтары.
«Кеше булып ҡалырға» спектакленең премьераһы 9 апрель 19:00 сәғәттә театрыбыҙҙың Бәләкәй сәхнәһендә күрһәтеләсәк.