КАМАЛ СӘХНӘҺЕНДӘ – “ЙЫРЛАНМАҒАН ЙЫРЫМ ҺИН…” СПЕКТАКЛЕ

КАМАЛ СӘХНӘҺЕНДӘ – “ЙЫРЛАНМАҒАН ЙЫРЫМ ҺИН…” СПЕКТАКЛЕ

Ижад кешеһенең тормошон, төрлө һынауҙар аша үтергә мәжбүр күңел донъяһын тасуирлаған “ЙЫРЛАНМАҒАН ЙЫРЫМ ҺИН…” спектаклен Ҡазан тамашасыһы бик йылы ҡабул итте. Венер Исхаҡов әҫәре буйынса режиссер Айрат Абушахманов сәхнәләштергән был музыкаль мелодрамала төп ролде Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров уйнай.

Кешеләр күңелен арбай алған тауыш – талантлы йырсыларға бирелгән оло бүләк, тигән фекерҙә булған боронғолар. Моңло йырсылар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята – улар һәләте менән сәнғәткә хеҙмәт итергә, бөйөк эштәр башҡарырға тейеш.

Талантлы йәш йырсы Хәсән йырҙары менән кешеләр күңелен йомшартырға теләй. Шул ваҡытта ғына улар үҙҙәренең изге йөрәкле икәндәрен онотмаясаҡ, тип иҫәпләй ул. Герой үҙ маҡсатына тоғро ҡала алырмы, әллә еңел булмаған миссияһына хыянат итерме?..