М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы исеменән махсус хәрби операциялағы егеттәргә «ЕТЕ ҠЫҘ» ойошмаһы ярҙамында оҙатҡан ылау имен барып еткән. Әлеге изге эшкә үҙ көсөн индергән һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Тыуған яҡтарынан йыраҡта илебеҙ именлеге өсөн көрәшкән яугирға һаулыҡ теләйбеҙ. Яҡындарығыҙ янына, йылы йорттарығыҙға тиҙерәк әйләнеп ҡайтырға яҙһын. Донъялар имен булһын!
