ИТЕКЛЕ БЕСӘЙ

ИТЕКЛЕ БЕСӘЙ

Большая сцена
әкиәт

6+

Бала саҡтан уҡ барыбыҙға ла таныш, аҡыллы һәм изгелекле, ҡыйыу һәм хәйләкәр, ҡыҙыл итектәр кейгән бесәй тураһындағы әкиәт М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә тәү тапҡыр ҡуйыла. Нимә хаҡында һуң был нисәмә быуынды тәрбиәләгән, уйландырған, дәртләндергән, үлемһеҙ әҫәр? Саҡ ҡына пьесалағы ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрәйек: ағаларының береһенә тирмән, икенсеһенә — ишәк, ә кинйә малайға атаһынан мираҫҡа бесәй генә ҡала. Ағалары шулай ҡарар итә. Сөнки атаһы, кинйә улын иркәләп, эшкә дәртләндереп, ҡайһы саҡ ул эшләмәһә лә, «быны кесе улым эшләне», тип маҡтап, ярата. Ә өлкәндәргә был һис тә оҡшамай. Көнләшеүҙән шартлар сиккә еткән ағалары, атай үлгәс, ҡустыларына бесәйен тоттороп сығарып ебәрә. Ә бесәй? Ул һис тә ябай бесәй булмай сыға! Мөғжизәле итек кейеп, мөғжизә артынан мөғжизә яһап ҡына тора! Ярлы ғына хужаһын Принцесса һынлы Принцессаға өйләндереүгә ирешә! Төп ролде – Итекле бесәйҙе Урал Әминов башҡара.

Ролдәрҙә: Айнур Ситдиҡов, Хәким Мортазин, Гөлнара Әмирова, Римма Ҡаһарманова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева һәм башҡа йәш артистар. Музыкаль яҡтан һәм сәхнә биҙәлеше (ул урам бесәйҙәренең йырҙары, бейеүҙәре тиһеңме, ул Король һарайы, костюмдар тиһеңме – барыһы ла мауыҡтырғыс) үҙҙәре бер мөғжизә. Әкиәт рус һәм башҡорт телдәрендә уйнала.

 

Инсценировка авторы – Владимир Ганзенко

Ҡуйыусы режиссер – Илсур Ҡазаҡбаев

Ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов

Композитор – Урал Иҙелбаев

Хореограф – Сергей Андриянов

Шиғырҙар авторы – Владимир Аношкин

РОЛДӘРҘӘ:

Итекле бесәй − Урал Әминов

Чуччо − Айҙар Шәмсетдинов

Гата Перса − Римма Ҡаһарманова / Гөлнара Ҡаҙаҡбаева

1-се ата бесәй, һаҡсы – Артур Кәбиров

2-се ата бесәй – Алмаз Йосопов

1-се инә бесәй, һаҡсы − Зилиә Ситдыҡова

2-се инә бесәй, һаҡсы – Әлфирә Заһиҙуллина

Даниель − Айнур Ситдыҡов

Өлкән ағай, ҡала кешеһе, һаҡсы − Ринат Баймырҙин

Уртансы ағай, һаҡсы − Юнир Ҡоланбаев

Принцесса − Лилиә Ғәлина

Король − Илсур Байымов / Руслан Ғәлимов

Тылсымсы Этиссера − Гөлнара Әмирова

 

 

Спектакль башҡорт һәм рус телдәрендә уйнала.

Авторы спектакля

Richard Hernandez

Vice Chairman

Действующие лица и исполнители

0-xyHhRRoPE
8_6I37dkB5U
a82kYvdXEsc
iR5fLVGXf9k
OUwX-LLzq9c