ИРЕК БУЛАТОВ АЛТЫН ЮБИЛЕЙЫН БИЛДӘЛӘЙ!

ИРЕК БУЛАТОВ АЛТЫН ЮБИЛЕЙЫН БИЛДӘЛӘЙ!

24 ноябрҙә 19:00 сәғәттә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Ирек Булатовтың «МӨХӘББӘТ ҠОШТАРЫ» (И. Йомағолов) спектакле менән юбилей бенефисы үтә.
Был матур көндө Ирек Әлмир улы үҙенең яҡындары, дуҫтары, рухташтары, моңдаштары һәм дә тамашасылары менән бергә ҡаршы аласаҡ.

Ирек Булатов бөгөнгө көндә – башҡорт милли сәхнә сәнғәтенең үҙенсәлекле интонацияһын тыуҙырған театр артистарының сағыу вәкилдәренең береһе. Ирек Әлмир улы Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эш башлай, унда ул рәсәй театр һәм кино актеры, режиссер Олег Закир улы Ханов курсында белем ала.

Башлыса йәш тамашасылар аудиторияһы менән эшләгән театрҙа ун биш йыл дауамында уның ижади биографияһы ҡырҡтан ашыу образ менән тулылана. Ф. Бурнаштың “Таһир – Зөһрә” трагедияһында – Шахзада, Ғ. Ҡәйүмовтың “Һинд ҡыҙ”ында  – Йәүҙәт, Н. Гоголдең “Ревизор”ында – Осип ролдәре актер өсөн ҙур яуаплылыҡ һәм һынау булып тора.

Үткән йылдарҙа актер төрлө жанрҙағы һәм характерҙағы спектаклдәрҙә тотош галерея тыуҙырған:  М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ында – Ҡотләхмәт, М. Буранғоловтоң “Шәүрә”һендә – Вәли, Ф. Бүләковтың “Дала ҡиссаһы”нда – Зәки Вәлиди, М. Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме”ндә – Йәмилдең атаһы,  К. Гольдониндың “Слуга двух господ”ында – Флориндо Аретузин,  Н.Гумилевтың «Дерево превращений»ында – Судья, Т. Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү”ендә – Исмәғил, Т.Ғарипованың “Ғилмияза”һында – Бикбау бей, Е. Шварцтың «Робин Гуд»ында – Джакомо һәм башҡа ролдәр башҡарып тамашасы һөйөүен яулай.

Театр белгестәре һәм тәнҡитселәре лә Иректең актер эшенә үҙ баһаһын бирә, Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған “Йәләлетдин атай” спектаклендә башҡарған Йәләлетдин роле – Өфөнөң театр донъяһын яҡтыртыусы журналистар берләшмәһе “Пресса-2007” рейтингы буйынса “Иң яҡшы ир-ат роле” тип табыла. Шул йылдарҙа ул “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

2009 йылда Ирек Булатов Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә күсә. Унда Ирек Әлмир улы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төп актерҙарҙың береһе булып китә, тырышлығы һәм һөнәренә тоғролоғо менән үҙен һәләтле артист итеп күрһәтә һәм утыҙға яҡын роль башҡара.

Театрҙа ижад итеү дәүерендә Ирек Булатов төрлө амплуалағы, киң диапазонлы: “Ҡара йөҙҙәр” (М.Ғафури, А.Абушахманов, Ш.Ғилманова инсц.) – Ғимаҙи, “Руди- never off …” спектаклендә – балетмейстер Руди Ван Данциг, “Ғәфү ит мине!” (И.Герман) мелодрамаһында – Айҙар, “Аҡ пароход”та (С.Айытматов) – Сәйетәхмәт, “Ауыл адвокаттары”нда (М.Кәрим) – Кәшфулла, “Зәки Вәлиди туған”да (Н.Асанбаев) – Әбделҡадир инан, “Ҡаһым түрә”лә (Б.Бикбай, Х.Ирғәлин) – Аҡназар, “Зөләйха күҙҙәрен аса” (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц.) – Сумлинский, “Гөлбостан” (Ҡ. Даян, Д. Йосопов) – Сурағол, «Experiment» (В.Красногоров) – Профессор,  “Йүгер, Харис, йүгер…” комедияһында (Э.Йәһүҙин) – Харис, “Баллы, тирәкле Балтирәк” спектаклендә (А.Ишбулдина) Сергей ролдәрен башҡара

Актер драма һәм комедия ролдәрен оҫта башҡара, шулай уҡ ул хәрби-патриотик пландағы образды тыуҙырыусы сәхнә оҫтаһы. Бындай ролдәргә Абдулҡадир Инан образын индерергә мөмкин, сөнки тап ошо ролде актер теүәл дөрөҫлөк менән башҡара. Образ эске психологизмға бай, был роль республикабыҙҙың һәм Төркиәнең театр йәмәғәтселеге вәкилдәре араһында ҙур резонанс тыуҙыра.

Импровизация оҫталығына, бай сәхнә фантазияһына эйә, балалар өсөн спектаклдәрҙә лә, өлкәндәр аудиторияһы менән дә берҙәй талантлы ижад итә. Бөгөн Ирек Булатовты тамашасы Х. Мөҙәрисованың “Бәхет хаҡы” музыкаль мелодрамаһында – Эдуард, Т. Миңнуллиндың “Һөйәркә” мелодрамаһында –Хәлил, И. Йомағоловтоң “Мөхәббәт ҡоштары” музыкаль комедияһында –Хажғәле, Р.Фәхретдиновтың “Әсмә”һендә –Хикмәт ролдәрендә һәм башҡа бик күп спектаклдәрҙә күрергә мөмкин.

Шулай уҡ Ирек Булатов театрҙың йәмәғәт тормошонда һәм театрлаштырылған тамашаларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Ул театр коллективында үҙенең эшкә тоғролоғо, һәләтлелеге, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижади энергияһы һәм таланты менән ҙур ихтирам уята. Үҙ ижады менән театр сәнғәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.

Хөрмәтле Ирек Әлмир улы! Бар коллектив исеменән һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, һәм, әлбиттә, яңы ролдәр теләйбеҙ!