18 октябрҙә 19:00 сәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илсур Байымовтың юбилейы бенефисы үтә. Был көндө юбилярҙы йәмәғәт эшмәкәрҙәре, дуҫтары ҡотлаясаҡ.
Илсур Байымов сәхнәгә 30 йыл тиерлек тоғро. Уның амплуаһы төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала – романтик геройҙар, шулай уҡ комедия образдары.
Илсур Байымов сәхнәгә 30 йыл тиерлек тоғро. Уның амплуаһы төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала – романтик геройҙар, шулай уҡ комедия образдары.
Илсур Әхтәр улының тәүге сәхнә уңышы милли, ватан һәм сит ил драматургияһы буйынса спектаклдәрҙә сағыу ролдәр галереяһын булдырыуға нигеҙ булып тора. Уның уңышының сере бай актерлыҡ фантазияһында, тиҙ арала импровизациялау һәләтендә ята. Ул геройҙарҙың сәхнә образын тулыландырыусы деталдәргә бик талапсан. Был сифаттар милли классик репертуарҙағы ролдәрҙә айырыуса асыҡ сағыла. Ҙур булмаған, әммә бик сағыу Хөснөтдин роленән башлап («Башмағым», Х. Ибраһимов) «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһында ғәжәп, еңел Муллаға тиклем (Б. Бикбай, комп. З.Исмәғилев). Унда Илсур Байымов бик яҡшы вокаль һәләттәрен күрһәтә.
Ә юбилей кисәһендә, 18 октябрҙә, Илсур Әхтәр улы “Ҡоҙаса” 12+ музыкаль комедияһында Мөхәмәтша Мулла ролендә сәхнәгә сыға. Баязит Бикбай пьесаһы буйынса был спектаклде Башдрамтеатрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов ҡуйҙы.
Йылылыҡ һәм шатлыҡ атмосфераһына сумырға теләгән һәр кемде юбилей кисәһендә көтөп ҡалабыҙ!
Билеттарҙы рәсми сайтта, шулай уҡ театр кассаһында һатып алырға мөмкин.
Театр кассаһы: +7 (347) 272-35-33.
