ИЛСӨЙӘР ҒӘЗЕТДИНОВА ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕНӘ САҠЫРА

ИЛСӨЙӘР ҒӘЗЕТДИНОВА ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕНӘ САҠЫРА

14 май 19:00 сәғәттә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илсөйәр Ғәзетдинованың юбилей бенефисы үтәсәк. Был тантаналы һәм иҫтәлекле кисә барыһында онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар менән ҡалдырасаҡ. Илсөйәр Ғәзетдинова – талантлы актриса, күп йылдар дауамында театр сәнғәтенә мөһим өлөш индергән шәхес. Уның юбилейы театр сәхнәһендә ҙур тантана итеп билдәләнә.

Кисә барышында тамашасыларға Хәбибулла Ибраһимовтың «Еҙнәкәй» (режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев) музыкаль комедияһы тәҡдим ителә. Был спектакль мотлаҡ тамашасылар йөрәген яулаясаҡ: сәхнә әҫәренең нигеҙендә ҡыҙыҡлы сюжет, көлкөлө хәл-ваҡиғалар, күңелле һәм дәртле йыр-моңдар.

Дуҫтар, һеҙҙе Илсөйәр Ғәзетдинова менән бергә был тарихи ваҡиғаны билдәләргә саҡырабыҙ!

14 май 19:00 сәғәттә – «ЕҘНӘКӘЙ» /«ЗЯТЕК» (Х. Ибраһимов, режиссер И. Ҡаҙаҡбаев) 12+.