10 февралдә Миәкә үҙәк мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илдар Ғүмәровтың 65 йәшлек юбилейына арналған “Хыялый” спектакле күрһәтелде. Юбилярҙың шатлығын уртаҡлашырға, уға һоҡланыу һүҙҙәрен әйтергә бик күп тамашасы йыйылды.
Спектакль алдынан ҡотлау һүҙҙәре менән Үҙәк мәҙәниәт һарайы директоры Шафиҡова Гөлназ Хилажетдин ҡыҙы сығыш яһаны. Ул мәҙәни-ағартыу эшмәкәрлегенә ҙур өлөш индергәне өсөн Илдар Ибраһим улына рәхмәт белдерҙе.
Ҡотлауҙан һуң Илдар Ғүмәров театр һөйөүселәр алдына Салауат Әбүзәрҙең әҫәре буйынса ҡуйылған “Хыялый” лирик комедияһында Ғиззәт ролендә сыҡты.
Кисә аҙағында ҡотлау телмәре менән Миәкә районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Лиза Нәзиб ҡыҙы Сәхәпова сығыш яһаны, ул юбилярға ижади уңыштар теләне һәм район башлығы исеменән Башдрамтеатрға Маҡтау грамотаһын тапшырҙы, Илдар Ғүмәровты шулай уҡ Үҙәк мәҙәниәт һарайы коллективы, яҡташтары, дуҫтары һәм туғандары ҡотланы.
Бенефис аншлаг менән үтте. Тамаша залында оҙаҡ ҡына алҡыштар тынманы, зал йылмайыуҙар һәм йылы һүҙҙәр менән тулы ине.