30 майҙан 1 июнгә ҡәҙәр Өфө ҡалаһы – III Халыҡ-ара «Китап байрамы» китап йәрминкәһендә, 5-8 июндә II Бөтә Рәсәй «Әйҙә, уйнайыҡ!» уйын һәм уйынсыҡтар фестивалендә ҡатнашыусыларҙы сәләмләйәсәк.
Быйылғы “Китап байрамы” программаһы һүҙ көсөнә һәм уның төрлө тарихи осорҙағы роленә арнала. Беренсе көн «Батырлыҡ тураһында һүҙ» девизы аҫтында үтәсәк һәм Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция темаһына арналасаҡ. Был көндө Яҙыусылар йортон асыу, күргәҙмәләр, презентациялар, ижади осрашыуҙар, шулай уҡ театрлаштырылған тамашалар һәм концерттар үтәсәк. Икенсе көн – “Мәңгелек тураһында һүҙ” – мәҙәниәттең нигеҙе булараҡ классик әҙәбиәткә арналасаҡ. Билдәле актерҙар ҡатнашыуында спектаклдәр, моноспектаклдәр күҙаллана. Өсөнсө көн – “Киләсәк тураһында һүҙ” – балалар әҙәбиәте һәм киләсәк быуынға арнала. Еңеүҙең 80 йыллығына арналған ҙур күләмле балалар хоры сығышы быуындар күсәгилешлеген сағылдырасаҡ. Билдәле балалар яҙыусылары менән осрашыуҙар, С. Маршактың әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр – былар барыһы ла балаларҙы китап уҡыу, әҙәбиәт менән таныштырыу маҡсатында тормошҡа ашырыласаҡ. Китап йәрминкәһендә шулай уҡ яңы уҡыу йылына әсбаптарҙы ташлама менән һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ.
“Әйҙә, уйнайыҡ!” фестивале «Китап байрамы» кеүек үк Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән уҙғарыла килә. Ул 5 июндә старт аласаҡ.
Дүрт көн дауамында Өфөнөң Совет майҙанында “дөрөҫ” уйынсыҡтар күргәҙмәһе, балалар өсөн иң яҡшы уйын практикаларын күрһәтеү, оҫталыҡ дәрестәре, йәнһүрәттәр һәм башҡа саралар урын аласаҡ.