21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө!
Хөрмәтле театр һөйөүсе дуҫтарыбыҙ!
М. Ғафури исем. Башҡорт академия драма театры коллективы барығыҙҙы ла Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән ҡотлай. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Туған тел – ғаиләнән башлана. Шуны онотмайыҡ, дуҫтар!