Күңелдәрҙе сафландырыр, йәшәүгә көс, илһам бирер мөғжизәле театр байрамы менән ҡотлауыбыҙҙы сәхнә өсөн һәм сәхнәлә ижад иткәндәргә, сәхнәнән тамаша ҡылған тоғро дуҫтарыбыҙға юллайбыҙ! Илатҡан да, йыуатҡан да, күмәгебеҙҙе берләштергән дә – театр. Ошо серле донъяның утын һүндермәй, ижад шишмәләрен сылтыратып, хыялдарға тоғро ҡалып эшләргә, уйнарға яҙһын! Театр көнө менән, дуҫтар
