Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ҡуйылған “Ах, был мөхәббәт!..” (А. Чехов) спектакленә “Роснефть” ойошмаһының хеҙмәт ветерандары, хаҡлы ялдағы хеҙмәткәрҙәре саҡырылды. Зифа Ҡадырова әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Һинһеҙ килгән яҙҙар” мелодрамаһына ла Өфөнөң Киров районынан оло йәштәге тамашасылар килде.
Ҡайнар хистәр шауҡымына, көлкөлө лә, тормошсан да ваҡиғаларға ҡоролған тамашалар бер кемде лә битараф ҡалдырманы, көндәлектең йәмен күреп, һәм матур мәлгә рәхмәтле булып йәшәүҙең кәрәклеген иҫкәртте. Ололар – донъя тотҡаһы, йәштәрҙең таянысы, тәрбиә үрнәге, йәшәйештең йәме. Киләсәктә ауырымай-һыҙланмай, намыҫлы хеҙмәтегеҙҙең йәмен тойоп, оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк булып, балаларығыҙҙың игелеген күреп бәхетле ғүмер итергә яҙһын!
