ХАЛЫҠ-АРА БЕЙЕҮ КӨНӨ АЛДЫНАН БАШДРАМДА ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ ЭКСКУРСИЯ ҮТТЕ

ХАЛЫҠ-АРА БЕЙЕҮ КӨНӨ АЛДЫНАН БАШДРАМДА ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ ЭКСКУРСИЯ ҮТТЕ

Халыҡ-ара бейеү көнө алдынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үҙенсәлекле экскурсия үтте. Сараны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, бейеү сәнғәтен яратҡан актерҙарҙың береһе Урал Әминов алып барҙы.

Экскурсия маршрутын артист үҙе төҙөнө! Ҡунаҡтар театрҙың иң күркәм һәм уға ҡәҙерле урындары аша үтте. Һәр мөйөш, һәр бүлмә үҙенең тарихы, сере менән дуҫтарҙы таң ҡалдырҙы, ә Урал Әминовтың ҡыҙыҡлы хәтирәләре, актерлыҡ тәжрибәһе маршруттың һәр туҡталышын йәнләндереп ебәрҙе. 7-се ҡаттағы репетиция залындағы ижади дәрт, музейҙың тарихи рухы, бәләкәй сәхнәнең йылы атмосфераһы, тегеү цехының нескә оҫталығы, – былар барыһы ла ҡунаҡтарҙы сәхнә серҙәренә, театр артистарының эскерһеҙ хеҙмәтенә тағы ла яҡынайтты.

Экскурсия Рәсәй Федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзына 150 йыл тулыуға бағышланған “Театр. Призвание” федераль марафоны сиктәрендә ойошторолдо.

Театр менән ҡыҙыҡһынған дуҫтарыбыҙҙы йыл дауамында даими үтәсәк осрашыуҙарҙа көтөп ҡалабыҙ. Театр донъяһын бергә асайыҡ!