ГӨЛБОСТАН

Малая сцена

12+

1941 йылда Ҡадир Даян XVIII быуатта барған ваҡиғалар тураһында “Таңсулпан” пьесаһын яҙа: бер-береһен яратҡан егет менән ҡыҙ өйләнешә алмай: егеттең мәһәр түләрлек аҡсаһы юҡ һәм уның һөйгәнен байлығы менән дан алған ҡарт тартып ала.
Пьесаның яңыса сәхнә версияһын Дамир Йосопов яҙған. Баш режиссер Айрат Абушахманов спектаклендә барған хәл-ваҡиғалар буласаҡ заманда тип алынған, тереклек бөткән тиерлек, халыҡ Комбинатта йәшәй, уларҙың төп закондары – йолалар. Заманға ярашлы, йолалар ҙа үҙгәргән, әммә улар һаман да халыҡты бойһондороу көсөнә эйә. Айсыуаҡ менән Гөлбостандың саф мөхәббәтенә лә йолалар кәртә булып тора: кәләш алыр өсөн мәһәрлек аҡса кәрәк. Айсыуаҡтың аҡсаһы юҡ, ә нәҫелен дауам итергә теләгән һәм Гөлбостандың бала табыу һәләтенә эйә берҙән-бер ҡыҙ икәнен белгән һәм шуның өсөн дә уға өйләнергә теләгән комбинат хужаһы Күсәрбайҙың малы ла, даны ла бар. Ҡара һөрөм ҡаплаған Ерҙә Айсыуаҡ менән Гөлбостандың саф мөхәббәте еңә алырмы, улар бергә ҡалырмы?
Режиссер спектаклдең исемен “Гөлбостан” тип алған, “гөлдәр иле” тураһындағы спектаклдә ҡатын-ҡыҙ, кеше һәм халыҡ яҙмышы, тотош илдең бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында ла уйланыуҙарға ул урын ҡалдыра. Спектаклде ҡуйыусы төркөм йолаларҙың халыҡ яҙмышына тәъҫире тураһында күрһәтеүҙе генә маҡсат итеп ҡуймай, ә көн ҡаҙағына ҡағылған темаларҙы ла күтәреп сыға, улар араһында экология темаһы төп урынды алған.

Ҡадир Даяндың «Таңсулпан» (1941 й.) пьесаһы мотивтары буйынса

Сәхнә версияһы – Дамир Йосопов

Ҡуйыусы режиссер – Айрат АбушахмановБашҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев ис.Дәүләт премияһы лауреаты

Ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев ис.Дәүләт премияһы лауреаты

 Композитор – Марат Фәйзуллин

 Хореограф – Алина Мостаева

 Рәссам-яҡтыртыусы – Илшат Саяхов

 Башҡорт теленә тәржемә – Динара ҠәйүмоваБашҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

 Йола фольклоры буйынса консультант – Гөлгөнә Баймырҙина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

 РОЛДӘРҘӘ:

Гөлбостан Гөлназ Хайсарова

Айсыуаҡ Азат Вәлитов, Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты

Күсәрбай Олег Ханов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Дәүләт һәм С.Юлаев ис. дәүләт премиялары лауреаты

Гөлбаныу Зиләрә Юлтаева

Юламан Илсур Байымов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Йәнбикә Сара Буранбаева, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы

Сағанбай Илдар Ғүмәров, Башҡортостандың халыҡ артисы, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры

Мортаза – Әхәт Хөсәйенов,  Башҡортостандың халыҡ артисы

Сурағол Ирек Булатов, Башҡортостандың халыҡ артисы

Медэксперт Алһыу Бәхтиева, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы

КөҫәпҡолРуслан Хайсаров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Ишмай Урал Әминов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты

Бикмырҙа – Айҙар Шәмсетдинов

КҮМӘК СӘХНӘЛӘРҘӘ: Артур Кәбиров, Алмаз Йосопов, Морат Рафиҡов, Руслан Ғәлимов, Илгизә Ғилманова, Гөлмирә Исмәғилева, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Лилиә Ғәлина

 

Авторы спектакля

Richard Hernandez

Vice Chairman

Действующие лица и исполнители

shumnov-1144
shumnov-1162
shumnov-1193
shumnov-1222
shumnov-1232