Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Флорид Бүләковтың “Бишегемә кире ҡайтыу юлы” исемле хәтер кисәһе үтте. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында билдәле яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, республика театрҙары коллективтары, Флорид Миңлемулла улының яҡындары, яҡташтары, уның ижадын һөйөүселәр йыйылды.
Хәтер кисәһе алдынан музейҙа театр сәнғәте белгесе, Ә.Вәлиди исемендәге Милли китапхананың Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегенең төп китапханасыһы Мәҙинә Муллабаева милли драматургияның классигы булған Флорид Бүләковтың тормошо һәм ижады тураһында лекция үткәрҙе. Фойела тамашасылар Флорид Миңлемулла улының пьесалары буйынса театрҙа ҡуйылған спектаклдәрҙе сағылдырыусы стенд менән таныша алды, шулай уҡ музей фондында һаҡланған афишаларға байҡау яһаны.
Сараның режиссеры – Илсур Ҡаҙаҡбаев, рәссамы – Альберт Нестеров, сценарий авторы – Динара Ҡәйүмова, музыкаль яҡтан биҙәүсе – Урал Иҙелбаев. Кисәнең художество өлөшө Флорид Бүләковтың “Драматург көндәлеге” яҙмаларына ҡоролдо. Унда яҙыусының әҫәрҙәре буйынса сәхнәләштерелгән “Һөйәһеңме – һөймәйһеңме…”, “…Шайморатов генерал”, “Һөйөү сәғәте һуҡҡанда” (Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙары), “Эх, күгәрсенкәйҙәрем!..” (Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры), “Гөлнара” (Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры), “Мөхәббәт ҡарағы” (Туймазы татар драма театры) спектаклдәренән, “Ай ҡыҙы”, “Арҡайым сере”, “Әбейҙәр сыуағы” фильмдарынан өҙөктәр, “Онотолған доға”, “Ҡанатланып ос һин, Толпарым!”, “Бибинур, ах, Бибинур!..” спектаклдәренән видеоөҙөктәр, ҙур экранда Флорид Миңлемулла улының фотолары, видеояҙмалар күрһәтелде, сәхнәнән Алһыу Бәхтиева, Гөлсәсәк Шәрипова, Нәзифә Ҡадирова башҡарыуында моңло йырҙар яңғыраны.
Хәтер кисәһендә Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов; режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Гөлдәр Ильясова; М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театры актрисаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Юнысова; Салауат башҡорт драма театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлсәсәк Шәрипова; Өфө «Нур» татар театрының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин; Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Эльмира Саматова; Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендәге Башҡорт драма театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам Рәхимов һәм Мишкә районынан килгән делегация вәкилдәре-яҡташтары драматург хаҡында йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, талант эйәһенең яҡты рухы алдында баш эйҙе, уның ижадына ҡарата сикһеҙ һоҡланыу һүҙҙәрен әйтте. Шулай уҡ яҙыусының ғаиләһе – уның тормош иптәше Светлана Закир ҡыҙы һәм балалары ла үҙ хәтирәләре менән бүлеште, кисәне ойоштороусыларға рәхмәттәрен белдерҙе. Ә залда ултырыусы тамашасылар һәр сығышты көслө алҡыштарға күмде.
Бөгөнгө Хәтер кисәһе Флорид Миңлемулла улының яҙмышына, ижадына, эшмәкәрлегенә ҡарата уның замандаштарының ихтирам билдәһе булып ҡабул ителһен! Республикабыҙҙың ғына түгел, Рәсәйҙең театр сәнғәте күгендә тәрән эҙ ҡалдырған, кешеләрҙе үҙенең ихласлығы менән арбаған Флорид Миңлемулла улы Бүләковтың яҡты рухы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр…