ФИДАН ҒАФАРОВҠА – 77!

ФИДАН ҒАФАРОВҠА – 77!

12 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы,  күренекле актер һәм йырсы Фидан Ғафаровтың 77 йәшенә арналғын тантаналы сара үтәсәк!

Фидан Ғафаров – һәр театр һәм музыка һөйөүсегә таныш. Үҙенең оҙайлы һәм сағыу карьераһы дауамында ул башҡорт сәхнәһенең символына әүерелде, тамашасыларҙы үҙенең таланты һәм харизмаһы менән ҡыуандырҙы. Уның тәрән тауышы һәм һәр ролде оҫта башҡарыуы иҫтә ҡалырлыҡ.

Был иҫтәлекле кисәлә театр махсус программа әҙерләне. Тамашасыларҙы талантлы Хәлисә Мөҙәрисова пьесаһы буйынса «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһын сәхнәләштереү көтә. Режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған был спектакль театр тормошонда реаль ваҡиға булып, музыка, хистәр һәм тәрән философияны үҙ эсенә ала.

Был кистә барлыҡ сәнғәт һөйөүселәр һәм Фидан Ғафаровтың ижадын оло бағалаусылар өсөн айырыуса иҫтәлекле ваҡиға көтөлә.

Башҡорт сәхнәһе легендаһының тыуған көнөн бергәләп ҡаршы алырға рәхим итегеҙ!