ЕТЕ БЫУЫН. ЙӘШТӘР

ЕТЕ БЫУЫН. ЙӘШТӘР

Спектакль-вербатим – документаль театрҙың бер формаһы. Уның нигеҙендә реаль кешеләр менән әңгәмәләр ята. Бындай театраль технология тамашасыны үҙ эсенә йәлеп итә һәм уны спектаклдең бер ҡатнашыусыһына әйләндерә.

Спектакль-вербатим “Ете быуын. Йәштәр” милли үҙенсәлек темаһын тикшерә. Тамырҙар менән тоташыу һәм заман менән бергә атларға ынтылыу… Бөгөнгө заман йәштәре быуындар бәйләнеше һәм халҡы тарихына үҙ битен яҙа. Спектакль геройҙары − беҙҙең менән бергә йәшәүсе, көн һайын осрашып аралашыусы йәштәр. Уларҙың фекерҙәре, уйҙары, тормошҡа ҡараштары. Көндәлек тормошта беҙ йыш ҡына яныбыҙҙа кемдәр, уларҙы нимәләр борсоғанын, хатта яныбыҙҙа кем икәнлеген дә белмәйбеҙ. Шуға күрә лә был спектакль асыштарға бай буласаҡ. Ә “Беҙ…” − үткәндәр менән тулыланып, бөгөнгөнө булдырып, киләсәккә − яңы донъяға атлаусылар.

 

Спектаклде ҡуйыусыларҙың уй-фекерҙәре геройҙарҙың фекере менән тап килмәүе лә ихтимал. Актерҙар, спектаклде ҡуйыусылар геройҙар һәм тамашасыларҙы тоташтырып тороусы сылбыр.

Спектакль һеҙҙең этика һәм тормош ҡағиҙәләрегеҙгә бәйле хистәрегеҙгә ҡағылыуы мөмкин. Әгәр шулай икән − ғәфү үтенәбеҙ.

Ҡуйыусы режиссер – Рима Харисова

Ҡуйыусы рәссам – Әлиә Байрамғолова

Музыкаль биҙәлеш – Урал Иҙелбаев

Рәссам-яҡтыртыусы – Таһир Аҡманов

Ролдәрҙә:

Артур Ҡунаҡбаев

Гөлнара Ҡаҙаҡбаева

Урал Әминов

Римма Ҡаһарманова

Руслан Хайсаров

Милена Сираева

Юнир Ҡоланбаев

Азат Вәлитов

Гөлназ Хайсарова

Айнур Ситдыҡов

Морат Рафиҡов

Лилиә Ғәлина

Зилиә Ситдыҡова

Юлиә Асҡарова

Лилиә Сәғитова

Илүзә Күсәбаева

 

Спектаклдә Артур Кәбиров, МС Инсан, “Рух”, “Дәрүиш-Хан”, “Ике йөҙ” төркөмдәре репертуарынан йырҙар яңғырай.

 

Авторы спектакля

Richard Hernandez

Vice Chairman

Действующие лица и исполнители

IMG_4754
IMG_4244
IMG_4388
IMG_4741
IMG_4675
IMG_4271