ЭЛЬВИРА ЮНЫСОВАНЫҢ ЮБИЛЕЙ БЕНЕФИСЫ ҮТТЕ!

ЭЛЬВИРА ЮНЫСОВАНЫҢ ЮБИЛЕЙ БЕНЕФИСЫ ҮТТЕ!

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Эльвира ЮНЫСОВАНЫҢ юбилей бенефисы “Килен” спектакле менән үтте.

 

Заһиҙә Мусина әҫәре буйынса ҡуйылған был драмала юбиляр-актриса тамашасы алдына талапсан, етди Фәриҙә Йәмилевна ролендә сыҡты.

 

Бенефистың тәүге өлөшө Эльвира Әхтәм ҡыҙын юбилейы менән ҡотлауҙарға арналды. М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған, бихисап һоҡланғыс ролдәр сығарған актрисаны Башҡортостандың Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин, Башҡортостан Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесенең урынбаҫары Шамил Тимербулатов, Башҡортостан Республикаһы театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе урынбаҫары Зөһрә Сәйфуллина, Ҡатын-ҡыҙҙар Союзы исеменән Рәшиҙә Солтанова тәбрикләне. Йылы ҡотлау һүҙҙәрен театр коллективы исеменән директор Иршат Фәйзуллин һәм баш режиссер Айрат Абушахманов еткерҙе. Тамашасылар юбилярҙы ихлас алҡыштарға күмде. Яңы үрҙәр, яңы ролдәр һеҙгә, Эльвира Әхтәм ҡыҙы!