29 мартта М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә “Килен” (З.Мусина, З.Бураҡаева инсц.) спектакле Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге орден кавалеры Эльвира Юнысованың күркәм юбилейына арналып уйнала.
Ғүмеренең алтын осорон актриса бай ижади уңыш менән ҡаршылай. 1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, шул уҡ йылда Эльвира Әхтәм ҡыҙы М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә. Актрисаның интеллигентлыҡ һәм асыҡ эмоционаллекте, пластик тасуирлыҡты берләштергән үҙенсәлекле ижади йөҙө уға 80-се йылдар башында Башҡорт дәүләт академия драма театры күгендәге иң сағыу актрисаға әйләнеү мөмкинлеген бирә. Дүрт тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт дәүерендә Эльвира Юнысова һанап бөткөһөҙ күп ролдәр уйнай. Улар араһында А.Чеховтың “Апалы-һеңлеле өсәү”ендә – Маша, Ф.Кроммелинктың “Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир”ендә – Стелла, Э.де Филиппоның “Филумена Мартурано”һында – Диана, А.Островскийҙың “Аҡ ҡанатлы хыялым” һәм “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”ендә – Смельская һәм Коринкина, И.Абдыҡадыровтың “Тылсымлы сәңгелдәк” пьесаһында Ҡатын, Н.Птушкинаның “Алдан түләйем!”ендә – Флорида, К.Кизиның “Кәкүк ояһы”нда Мисс Гнусен һәм башҡаларҙы билдәләп үтеү мөһим. Эльвира Юнысоваға Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә уйнау бәхете тос тәтей: сәхнә тормошон “Йәйәүле Мәхмүт”тәге Зәмзәгөл образынан башлай, артабан “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” спектакленән Аҡйондоҙ, “Ярлыҡау”ҙан Мария-Тереза, “Ай тотолған төндә” һәм “Салауат” трагедияларынан Шәфәҡ һәм Екатерина II образдар галереяһында үҙ урындарын алалар. Ф.Бүләковтың “Ҡанатланып ос, Толпарым!” спектаклендә Эльвира Юнысова үҙ героиняһының дәртле, вайымһыҙ йәшлегенән алып һынауҙарға бай ҡартлығына тиклемге ҡатмарлы трагик юлын күрһәтте. “Бибинур, ах, Бибинур..!” трагифарсында актриса бер юлы ике роль уйнай. Ҡол хәлендә ҡалған Миңниса менән ысынбарлыҡтан алыҫ торған Бибинур образдарында ул ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтенең ике яғын – тормош баҫҡан һәм юғарыға, ысын һөйөүгә ынтылған булмышын асып бирә. Ағымдағы репертуарҙағы “Әсмә”лә (Р.Фәхретдинов, Ш.Шәкүрова инсц.) – Хәмиҙә, “Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр”ҙа (Я.Пулинович) – Жанна, “Ҡыҙ урлау” ҙа (М.Кәрим) – Уңғанбикә ролдәрен эскерһеҙ, нескә тәбиғәтле, көслө рухлы итеп башҡара.
Эльвира Юнысованың актерлыҡ яҙмышы туҡтауһыҙ юғарыға, асыштарға үрләй. Уның көслө характерлы, әүҙем позицияһы сәхнәлә генә түгел, тормошта ла үҙ сағылышын таба. 2008-2013 йылдарҙа ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй. Республика актрисалары араһынан беренселәрҙән булып депутат итеп һайланыуы Эльвира Әхтәм ҡыҙының талантлы, ҡыйыу фекерле, тәжрибәле булмышын иҫбатлай.
29 мартта М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында уйналасаҡ “Килен” (З.Мусина, З.Бураҡаева инсц.) бенефис спектаклендә юбиляр актриса Фәридә Йәмил ҡыҙы ролендә сығыш яһаясаҡ. Спектаклдә мөхәббәт, ғаилә, ҡәйнә менән килен араһындағы мөнәсәбәт темаһы күтәрелә, улар һәр ваҡыт көнүҙәк. Сюжет үҙәгендә − ҡатын-ҡыҙ бәхете хаҡында хыялланған йәш ҡыҙ. Ошо бәхеткә ирешер өсөн уға күп һынауҙар аша үтергә тура килә. Йөрәк ҡылдарын сиртер, нескә заттың татлы ла, ғазаплы тормошон тасуирлаған тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Бенефис спектакле 18:00 сәғәттә башлана.