Эҙләнем, бәғерем, һине
Йылдар буйы тилмереп
Туймаҫ, ахры, мәңге туймаҫ
Күҙҙәрем һине күреп.
Бында һөйләгәндәрҙең барыһы ла тәүге минуттан йөрәккә уҡ булып ҡаҙала. Был – ир менән ҡатын мөнәсәбәте тураһында ғына ябай хикәйә түгел, был – бер-беребеҙгә ҡарата бәғерһеҙлек, һәр беребеҙҙең үҙәккә үтерлек яңғыҙлығы хаҡында. Ул тағы ла (ә бәлки, тәү сиратта) шул күңел яраларын уңалтыусы, эске һыҙланыуҙарҙы еңеләйтеүсе тик бер дауа булыуы хаҡындалыр – ул да булһа, мөхәббәт, күңел йылылығы һәм яҡыныңа ҡарата иғтибар.
Туфан Миңнуллин пьесаһы буйына
Ҡуйыусы режиссер
Азат Нәҙерғолов
Башҡортостандың халыҡ артисы
Режиссер ассистенты
Фирғәт Ғарипов
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Ҡуйыусы рәссам
Альберт Нестеров
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаева ис.Дәүләт премияһы лауреаты
Музыкаль биҙәлеш
Азат Нәҙерғолов
Башҡортостандың халыҡ артисы
Илшат Яхин
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Рәссам-яҡтыртыусы
Илшат Саяхов
РОЛДӘРҘӘ:
Нурсинә – Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Гөлмирә Исмәғилева
Рәхимйән – Артур Кәбиров
Башҡортостандың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Ш.Бабич ис.Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты
Фиғәт Ғарипов
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Спектаклдә В.А.Моцарт, А.Бочелли, Pink Floyd, Э.Морриконе көйҙәре, Артур Кәбировтың «Нурсинә» йыры ҡулланыла.
Диктор-тәржемәсе – Ғәлиә Сөләймәнова
Спектаклде Гөлнәфисә Исҡужина алып бара
Премьера көнө – 8, 9 декабрь 2017 йыл