ДЖУТ ҺӘМ ЙӘШ ЙӨРӘКТӘР КАМАЛ ТЕАТРЫНЫҢ ЯҢЫ СӘХНӘҺЕНДӘ

ДЖУТ ҺӘМ ЙӘШ ЙӨРӘКТӘР КАМАЛ ТЕАТРЫНЫҢ ЯҢЫ СӘХНӘҺЕНДӘ

Кисә Камал театры менән алмаш гастролдәребеҙ сиктәрендә “Йәш йөрәктәр” (Ф. Бурнаш) һәм “ДЖУТ. Һуңғы йәйләү” (О.Жанайдаров) спектаклдәрен уйнаныҡ.

Режиссер Фирғәт Ғарипов ҡуйған “Йәш йөрәктәр” спектаклендәге хәл-ваҡиғалар милли уйын, ғөрөф-ғәҙәт, йола, бейеүҙәр кеүек халыҡ ижады өлгөләре менән үрелеп бара. Театр оркестры башҡарыуындағы көй-моңдар тамашаға йәм өҫтәй.

«Джут» документаль драмаһында (режиссер А.Абушахманов) бер үк ваҡытта ике төрлө ваҡиға һүрәтләнә. Береһе — бөгөнгө көндә Мәскәүҙә, шул аслыҡты башынан үткәргән Әхмәттең ейәне Ербол менән Мәскәү журналисы Ленаның осрашыуы. Икенсеһе – 1930 йылдарға, Әхмәт менән Сауленең аслыҡ афәтен кисергән тормошона, Ҡаҙағстан тарафтарына алып китә.

Ҡазан тамашасыһына дәррәү алҡыштары, йылы теләктәре өсөн ҙур рәхмәт!