«ДРАМА РЕГИОНА» ДРАМАТУРГИЯ ЛАБОРАТОРИЯҺЫНА OPEN-CALL ИҒЛАН ИТЕЛӘ!

«ДРАМА РЕГИОНА» ДРАМАТУРГИЯ ЛАБОРАТОРИЯҺЫНА OPEN-CALL ИҒЛАН ИТЕЛӘ!

Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы һәм М.Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театры яңы исемдәр, яңы тауыштар эҙләй.
Драматургтар, йәш авторҙар һәм милли драматургияла көсөн һынап ҡарарға теләгәндәр, һеҙҙе саҡырабыҙ.
Лаборатория ваҡыты: 2 – 9 июнь 2025
Урыны: Өфө, М.Ғафури ис. БДАТ
Бер аҙна дауамында — остаздар менән дәрестәр, лекциялар, әңгәмәләр, мастер-класстар үтәсәк. Лаборатория һуңында яңы пьесалар театр сәхнәһендә эскиз форматында күрһәтеләсәк.

ҠАТНАШЫУ ШАРТТАРЫ:
– Анкетаны тултырығыҙ
– Ижади биремде үтәгеҙ:
* Буласаҡ пьесаға синопсис
* Ике диалог сәхнәһе
Әҫәрҙәр ирекле темаға башҡорт йә рус телендә яҙылырға тейеш.

Ҡатнашыу бушлай
Лаборатория аҙағында бөтә пьесалар театр сәхнәһендә уҡыласаҡ. Өмөтлө авторҙар менән хеҙмәттәшлекте дауам итеү мөмкинлеге бар.

Лаборатория остаздары:
— ОЛЕГ ЛОЕВСКИЙ — театраль критик, сценарист.
«Реальный театр» (Воронеж) һәм Рәсәйҙең Кесе ҡалалар театрҙары фестивалдарының (Театр наций, Мәскәү) арт-директоры. Заманса драматургия һәм йәш режиссура буйынса лабораториялар авторы һәм ойоштороусыһы.
— МАША КОНТОРОВИЧ — драматург.
— ВАЛЕРИЯ СОЗОНОВА — театраль педагог, социаль театр практикалары авторы.

Дедлайн: 15 май

📩 АНКЕТА: [docs.google.com/forms/d/10…]
📞 Белешмәләр өсөн: +7 987 485-79-09